Иҡтисад
4 Октябрь 2020, 10:30

"Кемгә - ит, кемгә - бал?"

Көҙгө муллыҡ йәрмикәләрендә йәнең теләгән әйберҙе һатып алырға мөмкин.

Сибайҙар йыл һайын ауыл хужалығы йәрминкәләрен көтөп ала. Ике яҡ өсөн отошло сауҙала, беренсенән, тауар ассортиментының бай булыуы һөйөндөрһә, икенсенән, ҡала халҡы экологик яҡтан таҙа һәм сифатлы әйбе һәм аҙыҡ алып ҡыуана. Күрше Силәбе өлкәһенән, Күгәрсен, Йылайыр, Ейәнсура, Баймаҡ райондарынан килеүселәр халыҡ ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерлек тауарҙарын тәҡдим итә.
Быйылғы йәрминкәнең төп үҙенсәлеге шунда: уның тәүге тапҡыр Сибай ҡалаһы баҙарында үтеүе. Быға ҡәҙәр ҡаланың үҙәк майҙанында ойошторолған сауҙаның был юлы баҙар биләмәһендә йәйелдерелеүе ҡала халҡы һәм эргә-тирәләге ауылдарҙан килеүселәр өсөн яңылыҡ булды.
Баҙар директоры Виктор Тюрин әйтеүенсә, үҙәк майҙанда транспорт йөрөшө тотҡарлана, йәрминкә урынында сүп-сар күп ҡала. Етмәһә, ит һатыусылар асыҡ урында тороп һатыу итә ине. Шуға күрә ҡала етәкселеге көҙгө йәрминкәне баҙар биләмәһендә ойошторған.
Бөгөнгө пандемия шарттарында ситтән килтерелгән тауарҙың махсус урында һатылыуы халыҡтың сәләмәтлеге хаҡына, ти уны ойошторусылар ҙа. Ни тиһәң дә, баҙар биләмәһендә сауҙа итеү өсөн урындар ҡулайлаштырылған, ит, һөт ризыҡтары, балыҡ махсус павильонда һатыла.
Йәрминкәлә һатыусылар ҙа, һатып алыусылар ҙа күп булды. Айырыуса бал рәте урап сыҡҡыһыҙ ине. Татлы ризыҡты Ейәнсура, Күгәрсен, Бөрйән райондарынан, хатта Архангелдән алып килгәндәр. Уның төрөнә ҡарап, өс литрлыҡ банкалағы балды 1200-2000 һумға һатып алырға мөмкин.
Тағы ла бында һөт ризыҡтары, ҡомалаҡ икмәге, һыйыр, йылҡы иттәре, өйрәк, ҡаҙ түшкәләре, бройлер бото, шифалы үләндәр тәҡдим иттеләр. Кемдер киләһе йыл уңышын алдан хәстәрләп, төрлө емеш ағастары алып һөйөнһә, сәскә яратыусылар үҙҙәренә оҡшаған сәскә үҫентеләре һайланы.
Был көндә ҡала халҡының ҡышҡылыҡҡа үҙҙәренә кәрәкле йәшелсә һәм башҡа аҙыҡ-түлек алыуын иҫәпкә алғанда, ысынлап та, көҙгө йәрминкәләрҙең ҡала халҡына ла, һатыусыларға ла отошло, табышлы һәм файҙалы икәнлеген аңлатыу кәрәкмәй.
Әйткәндәй, Сибай баҙарында йәрминкәләр октябрь айы буйына дауам итәсәк.
Фото: Сибай ҡала баҙары сайтынан.
Читайте нас