Иҡтисад
5 Октябрь 2020, 11:30

Баҫыуҙарҙа эш гөрләй

Шәкәр сөгөлдөрө, ҡарабойҙай, майлы культураларҙы йыйып бөтәһе ҡалды.

Башҡортостанда уңыш йыйыу тамамланыу өҫтөндә. Әлеге ваҡытта 98 процент майҙандарҙан иген йыйылған, был - 1 миллион 744 мең гектар. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдерҙе.
Әле ни бары 30 мең гектарҙа уңыш йыйырға ҡалған. Был - ҡарабойҙай һәм кукуруз. Дөйөм алғанда, ҡарабойҙай 54 мең гектарҙа (93 процент) йыйылған, 67 мең тонна ашлыҡ һуғылған, ҡеүәт – гектарынан 12,4 центнер. Әйткәндәй, былтыр 46 мең тонна һуғылған һәм гектар ҡеүәте 11,3 центнер тәшкил иткән. Быйыл 70 мең тонна ҡарабойҙай йыйылыр тип көтөлә.
– Иген һуғыу 3 миллион 911 мең тонна тәшкил итте, уртаса уңыш - гектарынан 22,4 центнер, былтырғы менән сағыштырғанда, 2,7 центнерға күберәк. Майлы культураларҙы йыйыу дауам итә. Бөгөнгә майҙандың яртыһынан, 167 мең гектарҙан уңыш йыйылған, 173 мең тонна һуғылған. Уртаса уңыш күләме гектарынан 10,3 центнер тәшкил итә. Көнбағыш йыйыу ҙа әүҙем бара. Бөгөнгә 83 мең гектарҙан йыйылды, был - пландың 36 проценты. Уртаса гектар ҡеүәте - 12,2 центнер, – тине Илшат Фәзрахманов.
Шәкәр сөгөлдөрөн йыйыу ҙа әүҙем бара. Әле майҙандың 56 процентынан ҡаҙып алғандар. Уртаса уңыш гектарынан 365 центнер тәшкил итә, бөгөнгә 584 мең тонна татлы тамыр ҡаҙып алынған. Шәкәр сөгөлдөрө йыйыу буйынса лидер булып Благовар, Шишмә һәм Бүздәк райондары тора. Уңыш кимәле буйынса лидерҙар – Өфө, Шишмә, Саҡмағош райондары, бында һәр райондан уртаса 400 центнерҙан ашыу сөгөлдөр йыялар.
– Шәкәр заводтары сөгөлдөрҙө ҡабул итеүҙе дауам итә. Шишмә шәкәр заводы 128 мең тонна әҙерләгән һәм 99 мең тонна шәкәрҙе эшкәрткән. “Раевсахар” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 155 мең тонна әҙерләгән һәм 65 мең тоннаны эшкәрткән, – тине министр.
2021 йылға ужым культураларын сәсеү тамамланған. Бөтәһе 428 мең гектарҙа сәселгән. Был былтырғы кимәлдән туғыҙ процентҡа күберәк. Әлеге ваҡытта һаҡлауға орлоҡ һалыу эштәре лә бара. 1 октябргә ҡарата 262 мең тонна орлоҡ һалынған, уның 33 мең тоннаһы - суперэлиталы һәм элиталы сорттар.
Фото: mcx.gov.ru
Читайте нас