Иҡтисад
6 Октябрь 2020, 08:09

Ауылды йәнләндереп йәшәйҙәр

“Йәнле ауыл” проекты Ауырғазы ерендә барлыҡҡа килгән. Маҡсаты – шәхси хужалыҡтарҙы берләштереп, үҫешергә ярҙам итеү, тауар етештереүсәнлеген арттырыу, сауҙа юлдарын табышырға ярҙам итеү һәм иң мөһиме – йәштәргә ауылда ҡалырға, эш табырға булышлыҡ итеү.

“Йәнле ауыл” проекты Ауырғазы ерендә барлыҡҡа килгән. Маҡсаты – шәхси хужалыҡтарҙы берләштереп, үҫешергә ярҙам итеү, тауар етештереүсәнлеген арттырыу, сауҙа юлдарын табышырға ярҙам итеү һәм иң мөһиме – йәштәргә ауылда ҡалырға, эш табырға булышлыҡ итеү.


Ауырғазы районында ҡулла­ныусылар кооперативтары күп. Был йәһәттән улар – республикала тәүгеләр иҫәбендә. Үҫешкән сауҙа комплексы булдырғандар, етештереү ҡеүәте һәйбәт. Ҡулланыусылар кооперативы районда 300-ҙән ашыу эш урынын һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ иткән. Әле район үҙәгенең уртаһында кооперативтар, шәхси хужалыҡтарға тауарҙарын һатыу өсөн уңайлы баҙар һалалар. Теләге булған һәр кем шәхси хужалығында етештергән тауарҙы һатыуға сығара аласаҡ.

Ошо кооперативтар араһында уңышлы эшләп килгәндәрҙең береһе – “Йәнле ауыл”. Был кооперативтың етәксеһе – крәҫтиән (фермер) хужалығы рәйесе Марс Миңлеғаяз улы Ғималетдинов.
– Беҙҙең кооперативта 25 ағза бар. Былтыр ғына ойоштоҡ. Кооперативҡа йыйылған яҡташтарымдың күбеһе малсылыҡ менән шөғөлләнә. Һыйыр малы һәм ат тотоусылар бихисап. Ҡошсолоҡ, һөтсөлөк менән шөғөлләнеүселәр бар. Беҙҙе бергә туплаған маҡсат тәү ҡарашҡа ябай: ауыр бирелгән эштәрҙе бергәләп атҡарыу, яҙғы сәсеү, мал аҙығы әҙерләү, уңыш йыйыу, етештерелгән продукцияны һатыу, – тип һөйләй Марс Миңлеғаяз улы.
Эштең ысынбарлыҡта нисек ойошторолғанын күрһәтер өсөн ул беҙҙе баҫыуға алып барҙы. Бында икенсе тапҡыр бесәнгә төшкәндәр. Ғәлимйән Мөхәмәтдинов мал тота. Иртә яҙҙан утыҙлап быҙау алып үҫтерә. Тиҫтәләгән һауын һыйыры ла бар. Шулай уҡ мал тотҡан кооператив ағзаһы менән был баҫыуҙан бесәнде бергә йыялар. Ғәлимйәндең тракторы бар, әммә бесәнде пресҡа ураған ҡоролмаһы юҡ, шуға был эште икәүләп атҡарырға булғандар.
– Әлеге баҫыуҙан 150 рулон бесән йыябыҙ. Икәүләп эшләгәс, көн ҡорола был эште атҡарып та ҡуябыҙ. Һуңынан бесәнде ике өлөшкә бүләсәкбеҙ. Минең үҙемә, мәҫәлән, ул тиклем бесән кәрәкмәй ҙә. Артығын һатырға йә малға алмашырға була, – тине Ғәлимйән.
Әйткәндәй, ул, ғаиләһе менән ҡалалағы эшен ташлап, ауылға ҡайтҡан, мал үрсетеүгә тотонған.

– Мал тотоусылар күп, тип әйткәйнем. Беҙҙең кооперативтың баш бәләһе малды һуйырға урын юҡлығы ине. Шуға уйлаштыҡ та Мостафа ауылында мал һуйыу цехы асырға булдыҡ, – тип һөйләй Марс Миңлеғаяз улы.
Заманса бина ауылдың ситендә урынлашҡан. Бында ике кеше эшләй – Рәсил Рәүилев менән Фәнил Хоҙайбирҙин. Проектты тормошҡа ашырыуға республика бюджетынан 2 миллион һум аҡса бүленгән, ҡалғаны – кооперативтың үҙ иғәнәһе.
Әлеге комплекс эргә-тирәләге ауылдарҙы хеҙмәтләндерә. Бер смена эсендә биш башҡа яҡын малды һуйырға мөмкин. Ветеринар шунда уҡ экспертизаны ла яҙып бирә. Кәрәк икән, итте шунда уҡ бүлгеләп тә бирәләр. Бер малды һуйҙырыу ауыл кешеһенә 1500 һумға төшә.
Малды һуйғандан һуң, бина дезинфекциялана, таҙа итеп йыуыла. Һыу ағып тора, шуға бында тап-таҙа.
Читайте нас