Иҡтисад
6 Октябрь 2020, 08:40

“Дружба”ла эш ҡайнай

Беҙ барып төшкәндә Стәрлетамаҡ районының “Дружба” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең арыш баҫыуында эш гөрләй ине. Ун “Акрос-550” комбайны уңыш йыя. “Бункер тулды!” тип сигнал бирә башлау менән “КамАЗ” машиналары килеп тә етә. Дүрт “КамАЗ” бер-бер артлы уңышты ырҙын табағына ташый. Был йәнлелек һуңғы башаҡты йыйып алғанға тиклем дауам итә.

“КамАЗ”дарҙың береһендә Василий Семенов эшләй.

– Көнөнә 5–6-шар рейс яһайбыҙ. Быйыл уңыш мул. Әлдә һауа торошо яйланып китте, уңышты юғалтыуһыҙ йыйырға форсат тыуҙы, – тип ҡыуанысын уртаҡлашты ул.

Уңыштың юғалтыуһыҙ, мәлендә йыйып алыныуы ауыл эшсәндәре өсөн айырыуса мөһим. Эш хаҡы ла шуға бәйле бит. Мәҫәлән, Василий был хужалыҡҡа 2003 йылда килгән. Алты йыл трактор йөрөткән, һуңғы 12 йыл “КамАЗ” машинаһында эшләй. Хеҙмәт хаҡынан ҡәнәғәт. Ғаиләһе ишле, ҡыҙҙарҙы аяҡҡа баҫтырырға кәрәк. Әммә тыуған яғын ҡалдырып, ситкә китеүҙе өнәмәй ул. Тырышҡанда хужалыҡта ла һәйбәт аҡса алырға була, ти Василий.

Ҡатыны Елена менән улар дүрт ҡыҙ үҫтерә. Игеҙәктәре Виолетта менән Валерияға – 11, Еваға – дүрт, Варвараға өс йәш. Ғаилә, ауыл ипотекаһынан файҙаланып, Лазурное ауылында өс бүлмәле фатир алып ҡыуанған.

Бөгөн хужалыҡ баҫыуында ужым культуралары тулыһынса йыйылған: 2524 гектарҙы – ужым бойҙайы, 583 гектарҙы – һоло, 2266 гектар майҙанды арыш биләгән. Уңышы йыйып алынған баҫыуҙарҙа ужым культураларын сәсеүгә лә төшкәндәр. Планлаштырылған 3022 гектар майҙандың күпселек өлөшөндә ужым бойҙайы сәселгән дә инде.
Читайте нас