Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Рәсәй тимер юлдары” асыҡ акционерҙар йәмғиәте кәңәшмәһендә ҡатнашты. Унда компанияның һәм уның филиалы – Куйбышев тимер юлының артабанғы эш мөмкинлектәре тикшерелде.
Кәңәшмә башында йәмғиәттең генераль директоры, идара рәйесе Олег Белозеров Куйбышев тимер юлының яңы начальнигы Вячеслав Дмитриев менән таныштырҙы. Республика Башлығы компания етәкселеген кадрҙарҙағы үҙгәреш менән ҡотланы, яңы проекттарҙы үҫтереүҙә уңыштар теләне, хеҙмәттәшлекте артабан үҫтереүгә ышаныс белдерҙе.
– “Рәсәй тимер юлдары” – Башҡортостандың ышаныслы партнеры. Республика Куйбышев тимер юлы менән берлектә бөгөн мөһим инфраструктура проекттарын тормошҡа ашыра. Өфөнө көньяҡтан урап үтеү юлында ҙур эш бара. Бынан тыш, Өфөнән Ағиҙелгә тиклем йәнә бер тармаҡ төҙөү мәсьәләһен тикшерәбеҙ. Был проекттарҙа әүәлге начальник Рәшит Сәйбатталов әүҙем ҡатнашҡайны, – тине Радий Хәбиров. – Филиалдың яңы етәксеһе Вячеслав Витальевич Дмитриевты ла яҡшы беләбеҙ. Ҡайһы бер проекттар эшендә ул да ҡатнашҡайны. Ул - эшлекле, оҫта етәксе. Беҙ һөҙөмтәле эшмәкәрлеккә һәм хеҙмәттәшлеккә әҙербеҙ.
Олег Белозеров Радий Хәбировҡа хеҙмәттәшлеккә стратегик ҡараш һәм компания менән һөҙөмтәле эш өсөн рәхмәт әйтте.