Иҡтисад
6 Октябрь 2020, 07:55

Үтә мөһим осор көтә

Коронавирус инфекцияһы яңы көс алып һөжүм башлаған мәлдә Республика көнө киң масштабта үткәрелмәйәсәк.

Хөкүмәттә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәләр һәр ваҡыттағыса мөһим яңылыҡтарҙан башлана. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙған аҙнаға йомғаҡ яһай, киләһенә бурыстар билдәләй.


Кисә иһә кәңәшмә яңы вазифа иғлан итеүҙән башланды. Радий Фәрит улының ҡарары менән Радик Юлъяҡшин Башҡортостан Башлығының мәҙәниәтте һәм йәштәр сәйәсәтен үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе тип тәғәйенләнде. Радик Юлъяҡшин был эште йәмәғәт башланғысында үтәйәсәк.
– Ул йәштәр мөхитендә башҡорт мәҙәниәтен пропагандалау буйынса күп эшләй. Бик популяр кеше һәм беҙгә даими ярҙам итә. Шуға күрә ошондай ҡарар ҡабул ителде, – тине Радий Фәрит улы.
1989 йылдың 17 майында Өфөлә тыуған Радик Юлъяҡшинды күптәр Элвин Грей псевдонимы аҫтында белә. Ул Мәскәү дәүләт педагогия университетын тамамлаған. Башҡорт, рус һәм татар телдәрендә йырлай. ELVIN GREY продюсер үҙәгенең берлектәге продюсеры булып тора, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы.
Алдағы сараларға килгәндә, аҙна аҙағында Башҡортостандың төп дәүләт байрамы – Республика көнө билдә­ләнәсәк. Байрам мөһим булһа ла, коронавирус инфекцияһы яңы көс алып һөжүм башлаған мәлдә ул ҙур итеп үткәрелмәйәсәк.

– Эпидемиологик хәлде иҫәптә тотоп, беҙ ябыҡ биналарҙа ҙур саралар үткәрмәҫкә ҡарар иттек. Унда норма бар – 50 кешенән ашыу йыйылмаҫҡа. Шуға күрә сараларҙың күп өлөшө тышта, саф һауала ойоштороласаҡ. Бында ла барлыҡ талаптар теүәл үтәлергә тейеш, – тине Радий Хәбиров.


Стәрлетамаҡта covid-госпиталь төҙөлә


Кәңәшмәлә һәр ваҡыттағыса коронавирус мәсьәләһенә ҙур иғтибар бүленә. Доклад менән һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин сығыш яһаны. Министр белдереүенсә, Башҡортостанда дауаханаларҙы covid-госпиталдәргә әйләндереү арҡаһында халыҡтың үлем осраҡтары артҡан. Айырып алғанда, медицина ярҙамы күрһәтеү күләме кәмей, коронавирустан башҡа диагноздар менән килгән кешеләрҙе ҡотҡарып өлгөрмәйҙәр.
– Күптәр ваҡытында табипҡа күренә, традицион йүнәлештәр буйынса ярҙам ала алмай. Шуға күрә беҙ Өфөнөң 5-се дауаханаһын яңынан коронавирус һәм пневмония менән көрәш маҡсатында үҙгәртергә мәжбүрбеҙ. Медицина эксперт советы ҡарары буйынса, күп профилле стационар проектын файҙаланып, өлкәндәрҙе генә түгел, ә балаларҙы һәм ауырлы ҡатындарҙы ла хеҙмәтлән­дерәсәкбеҙ.
5 октябргә ҡарата Башҡортостанда коронавирус йоҡторған туғыҙ мең осраҡ теркәлгән. Һәр 100 мең кешенең 222-һе сирләй. Һуңғы тәүлектә 46 кеше ауырый башлаған. Стационарҙа 84 пациент дауалана, бишәүһе ауыр хәлдә. Һуңғы аҙнала 130 кеше һауығып сыҡҡан.
Быларҙы тыңлағандан һуң шундай ҡарар ҡабул ителде: Башҡортостанға тағы бер йоғошло ауырыуҙар дауаханаһы кәрәк. Яңы госпиталь 2020 йылдың 15 декабренә тиклем Стәрлетамаҡ ҡалаһында төҙөлөргә тейеш, тигән йөкләмә бирҙе Радий Хәбиров.
Нигеҙ итеп әле Өфө районында эшләгән Республика йоғошло ауырыуҙар үҙәге проекты алынасаҡ. Тик эшмәкәрлекте киңерәк итеү өсөн, уны ныҡлап яңыртасаҡтар. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был ялдарҙа Радий Хәбиров унда булып, “ҡыҙыл зона” эше менән танышҡайны.
– Эште ойоштороу буйынса ыңғай тәьҫораттар ҡалды. Табиптар үҙҙәре лә, бында эшләүе уңайлы, ти. Коридорҙар киң, түбәләр бейек, автономиялы һауа таҙартыу системаһы бар, – тине Радий Хәбиров. – Тик пациенттарға урын етмәй, ҡайһы бер блоктарҙа коридорҙың ике яғы ла кеше менән тулған. Тимәк, дауахана туп-тулы – унда 400 самаһы кеше. Был – конвейер, кеше инә, сифатлы дауа ала һәм һауығып ҡайтып китә. Тик дүрт миллионлыҡ халҡы булған республикаға был ғына етмәй. Коронавирус менән артабан да көрәшеү өсөн яңы госпиталь төҙөргә ҡарар иттек.
Радий Хәбиров белдереүенсә, ул телефон аша был турала илдең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко менән һөйләшкән. Министр был ҡарарҙы хуплаған. Иң мөһиме – яңы үҙәкте төҙөү өсөн федераль аҡса ла йәлеп ителәсәк.

– Стәрлетамаҡта икенсе COVID-госпиталде сафҡа индереү башҡа йоғошло ауырыуҙар дауаханаларынан көсөргә­неште кәметәсәк, – тине Радий Хәбиров.
Ә дөйөм алғанда, төбәк етәксеһе белдереүенсә, республикала коронавирус менән хәлдәр тотороҡло. Сирҙе йоҡтороусылар һаны һәм унан үлгәндәр һаны буйынса республика ил буйынса һуңғы урындарҙа килә. Шуға күрә әлегә етди саралар күреү кәрәк түгел. Кешеләрҙән ни бары талаптарҙы үтәү генә һорала.


Быйыл уңыш ҡыуандыра


Башҡортостанда уңыш йыйыу тамамланыу өҫтөндә. Әлеге ваҡытта баҫыуҙарҙың 98 процентында иген йыйылған, был – 1 миллион 744 мең гектар. Был турала вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдерҙе.
Әле ни бары 30 мең гектарҙа уңыш йыйырға ҡалған. Был ҡарабойҙай һәм кукуруз. Дөйөм алғанда, ҡарабойҙай 54 мең гектарҙа (93 процент) йыйылған, 67 мең тонна уңыш һуғылған, гектар ҡеүәте – 12,4 центнер. Әйткәндәй, былтыр 46 мең тонна һуғылған, гектар ҡеүәте 11,3 центнер тәшкил иткән. Быйыл 70 мең тонна ҡарабойҙай йыйылыр тип көтөлә.
Шәкәр сөгөлдөрө йыйыу ҙа әүҙем бара. Уртаса уңыш гектарынан 365 центнер тәшкил итә, бөгөнгә ҡарата 584 мең тонна татлы тамыр ҡаҙып алынған. Шәкәр сөгөлдөрө йыйыу буйынса лидер булып Благовар, Шишмә һәм Бүздәк райондары тора. Уңыш кимәле буйынса лидерҙар – Өфө, Шишмә, Саҡмағош райондары, бында уртаса алғанда һәр райондан 400 центнерҙан ашыу уңыш йыялар.
– Шәкәр заводтары сөгөлдөрҙө ҡабул итеүҙе дауам итә. Шишмә шәкәр заводы 128 мең тонна әҙерләгән һәм 99 мең тонна шәкәрҙе эшкәрткән, шәкәрлек кимәле 19,2 процент тәшкил итә. “Раевсахар” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 155 мең тонна әҙерләгән һәм 65 мең тоннаны эшкәрткән, шәкәрлек кимәле 18,4 процент тәшкил итә, – тине министр.
2021 йылға ужым культураларын сәсеү тамамланған. Бөтәһе 428 мең гектар сәселгән. Был былтырғы кимәлгә ҡарағанда 9 процентҡа күберәк. Әлеге ваҡытта орлоҡ һалыу эштәре лә бара. 1 октябргә ҡарата 262 мең тонна орлоҡ һалынған, уның 33 мең тоннаһы – суперэлита һәм элиталы сорттар.


Йәнә башҡортса сығыш


Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә башҡорт телендә лә сығыштар яһала башлағайны. Был юлы вице-премьер Азат Бадранов башҡортса сығыш яһап, Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһындағы” законды тормошҡа ашырыу буйынса комиссия эшмәкәрлеге тураһында һөйләне.
Хөкүмәт ҡарамағындағы был комиссия быйыл апрелдән яңы составта эшләй башланы, май һәм июнь айҙарында үткән ултырыштарында эш планын раҫлағандар һәм район, ҡалаларҙағы комиссияларға уларҙы еткергәндәр.
– Комиссияның эш талаптары билдәле: милли мәғарифты үҫтереү, полилингваль мәктәптәрҙең белем биреү концепцияһын тормошҡа ашырыу, туған тел дәрестәрен дистанциялы уҡытыу өсөн сайт булдырыу, милли китаптар нәшер итеү, тел тураһындағы закондарҙы райондарҙа тормошҡа ашырыу һәм башҡалар, – тине ул.
Быйыл комиссия Баҡалы, Шаран, Стәрлебаш, Федоровка, Кушнаренко, Благовещен райондарында эшләгән. Алтаҡталарҙа табылған хаталар тейешле урынға ебәрелеп, төҙәтелгән.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала хаталы алтаҡталар һаны арта ғына. Бының сәбәптәренең береһе – биҙәү һәм уларҙы эшләү буйынса конкурс процедураларын Башҡортостандан ситтә булған фирмалар еңә. Улар алтаҡтаны интернеттағы онлайн-тәржемә аша эшләй, ә ул йыш ҡына дөрөҫ булмай. Шулай уҡ уларҙа башҡортса шрифттар ҙа булмай сыға, – тине Азат Бадранов.
Комиссия эсендә биш эш төркөмө бар. Улар мәғариф һәм фән, киң мәғлүмәт саралары менән бәйләнеш булдырыу, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте өлкәһендә сараларҙы тормошҡа ашырыу, күрһәтмә мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгөн контролдә тотоу һәм милли ойошмалар менән эшләүҙе үҙ эсенә ала.
Азат Бадрановтың сығышынан һуң Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та был эште әүҙемләштерергә, район хакимиәттәре башлыҡтарына уны даими рәүештә күҙ уңында тоторға ҡушты.

Читайте нас