Баймаҡ районының ауыл хужалығы предприятиеларында һәм фермер хужалыҡтарында әле иң яуаплы осор – улар урып-йыйыу эштәрен тамамлай. Төбәк аграрийҙары, аяҙ көндәрҙең һәр минутын мөмкин тиклем тулыраҡ файҙаланып ҡалып, үҫтерелгән уңышты түкмәй-сәсмәй йыйып алды. Баҫыуҙарҙа ысын мәғәнәһендә хеҙмәт ҡаһарманлығы сағылды.
Баймаҡтан Гөлнара менән Рәмил Байрамғоловтар етәкселегендәге фермер хужалығы төбәктә тотороҡло үҫешкән, үҙенең етештереү ҡеүәттәрен йылдан-йыл арттыра барған предприятиеларҙан һанала. Ҡошсолоҡ һәм үҫемлекселек тармаҡтары менән уңышлы шөғөлләнгән был хужалыҡ быйыл да яҡшы күрһәткестәргә өлгәште, техник потенциалын да яңыртыу мөмкинлеге тапты – юғары етештереүсәнле “Сулпан” үҙйөрөшлө сапҡыс һатып алды.
“Р.Р. Байрамғолов” крәҫтиән (фермер) хужалығының сәселгән иген культуралары майҙаны 560 гектарҙы биләп, шуның 170 гектарын – һоло, 90 гектарын арпа һәм ҡалғанын бойҙай тәшкил итте. Ер тураһында даими хәстәрлек күреүгә, алдынғы технологияларҙы файҙаланыуға ҡарамаҫтан, ҡатмарлы һауа шарттары үҙенекен итте – хужалыҡ баҫыуҙарында уңыш көтөлгәнсә булманы. Һоло менән арпа – алты, бойҙай иһә һигеҙ центнер төшөм бирҙе. Хужалыҡ етәкселегенең эште тейешенсә ойоштороуы, игенселәрҙең ныҡышмалы хеҙмәте менән үҫтерелгән уңыш ваҡытында йыйып алынды. Иген культураларын яҫмаға һалыуҙа “Сулпан” сапҡысында Дамир Ҡадиров, урып-һуғыуҙа “Енисей” комбайнында Альберт Туйҡанов һәм “Вектор” комбайнында Ришат Әминев, ашлыҡты ташыуҙа водителдәр Михаил Малахов менән Александр Марущяк һынатманы. Баймаҡтағы Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы студенттары Максим Пичугин һәм Рамазан Моратов ошонда хеҙмәт күнекмәһе үтеп, дөйөм уңышҡа үҙ өлөшөн индерҙе. Баш агроном Арсен Байымов участкаларҙағы эште оҫта ойошторҙо.
Урып-йыйыу эштәре менән бер рәттән, баҫыуҙарҙағы һаламды рулондарға төрөү һәм Беренсе Этҡолдағы ҡаҙ фермаһына ташыу ҙа ойошторолдо. Бында механизатор Илфат Латиповтың хеҙмәте айырыуса ҙур.
“Р.Р. Байрамғолов” крәҫтиән (фермер) хужалығы игенселек технологияһына етди иғтибар бүлә, ер тураһында даими хәстәрлек күрә. Ураҡ эштәре барышында уҡ предприятие был агротехник алымға тотондо – барлығы 90 гектарҙа ер эшкәртелде. Был эш бөгөн дә дауам итә һәм барлыҡ майҙандар ҙа эшкәртеләсәк.
Рәмил Рауил улы билдәләүенсә, хужалыҡ бөгөндән үк киләһе сәсеү миҙгеленә әҙерлек эше алып бара, орлоҡ фондын элиталы сорттар менән яңыртыу өҫтөндә эшләй. Был, әлбиттә, үҙенең тос емештәрен бирәсәк.