Стәрлетамаҡ районында ужым культураларын сәсеү тамамланды. Йәмғеһе 20776 гектарҙа ужым культуралары сәселгән. Калинин исемендәге ауыл хужалығы предприятиеһының баҫыу ерҙәре районда иң күпселек майҙанды тәшкил итә.
Хужалыҡта 14 653 гектарҙа иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар йыйылған. Әле техник культураларҙы һуғыуға төшкәндәр. Хужалыҡта 5600 гектар майҙанда ужым культуралары йыйылған: бойҙай – 4029 гектар, арыш – 1350 гектар, тритикале 231 гектарҙа. Ярауай культураларҙан борсаҡ, һоло, гәрсис тә тулыһынса һуғылған. Беҙ барғанда ике бригаданың да көсө арыш йыйыуға йүнәлтелгәйне: 12 TUCANO 570 комбайны, ике Джон Дир һәм 17 “КамАЗ” уңышты йыйыу менән мәшғүл.
Тәбиғәт шарттары мөмкинлек биргәндә, ауыл эшсәндәре уңышты күберәк йыйып ҡалырға тырыша. Хужалыҡтың баш агрономы Серик Берлишев билдәләүенсә, хужалыҡ баҫыуҙары биш зонаға бүленгән, унда бишәр бригада эшләй.
– Егеттәр һынатмай, һауа торошо һәйбәт, уңыш мул. Гектарынан уртаса 40-ар центнер уңыш алабыҙ. Әлбиттә, йәй уртаһындағы ҡоролоҡ уңыштың күләменә йоғонто яһаны. Комбайнерҙарҙан Илнур Ҡотлошин, Николай Антонов, Александр Гречко, Азамат Әлиев, Алексей Мирошкиндарҙың эшен билдәләгем килә, – ти агроном.
Ысынлап та, эште ышанып алып барғанда, иңгә-иң терәп эшләгәндә, ул ырамлы бара. Әле яланда эшләгән водителдәр араһында ағалы-ҡустылы Антоновтарҙы телгә алыу фарыз. Николай, Евгений, Иван – барыһы ла хужалыҡта эшләй. Николаевка ауылында төпләнеп, үҙ хужалыҡтарына таянып йәшәп, тырышып донъя көтәләр, балалар үҫтерәләр.
Беҙ килгәндә, хужалыҡта ужым культураларын сәсеү бына-бына тамамланырға тора ине. Быйыл уларҙы 5600 гектарҙа сәсеүҙе планлаштырғандар. Баш агроном Серик Берлишев “Безенчукская-380”, “Поволжская Нива”, “Синева” сорттарына өҫтөнлөк бирә. “Беҙҙең һауа шарттарында был сорттар һынатмай”, – ти ул.
Оҙаҡ йылдар инде хужалыҡ орлоҡсолоҡ менән шөғөлләнә. Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы, Башҡортостан аграр университеты менән берлектә был йүнәлештә әүҙем эшләйҙәр. Орлоҡтарҙы тикшереү һәм артабан сифатын юғалтмау буйынса байтаҡ эш башҡарыла.
Бынан бер нисә йыл элек завод төҙөп ултыртҡандар. Баҫыуҙа йыйылған уңыш шунда уҡ ошонда килә һәм кәрәкле дәрәжәгә еткереп киптерелә. Завод тәүлек әйләнәһенә туҡтамай эшләй. Орлоҡтар шунда уҡ сортҡа айырыла. Хужалыҡ гәрсис, етен, рапс орлоҡтарын экспортҡа әҙерләй. Уларҙы башлыса Польшаға оҙаталар.
Орлоҡсолоҡ менән ентекле шөғөлләнгән хужалыҡ элиталы орлоҡ үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлә. Уларҙан орлоҡто республика хужалыҡтары ғына түгел, сит өлкәләрҙән дә килеп алалар.