Былтырғы һәм быйылғы Республика көндәре араһындағы иң мөһим иҡтисади ваҡиға тип күптән түгел Өфөлә булып уҙған Бөтә Рәсәй “Газ. Нефть. Технологиялар” нефть, газ, химия форумын, шулай уҡ уның сиктәрендә үткәрелгән күргәҙмәне билдәләргә булалыр, моғайын. Хәҙерге ҡатмарлы шарттарҙа Башҡортостандың ғына түгел, тотош Рәсәйҙең иҡтисади нигеҙе булған ошо тармаҡ нисек көн күрә? Аяуһыҙ баҙар шарттарында бирешмәҫ өсөн ниндәй алдынғы ысулдар тәҡдим итә? Өфөләге форумдың был өлкәләге әһәмиәтен нисек баһаларға була?
“Шундай шарттарҙа ла һынатманығыҙ! Рәхмәт!”
Был ҙур йыйын йыл һайын тармаҡ эксперттары өсөн осрашыу һәм эшлекле аралашыу буйынса абруйлы майҙансыҡ булып хеҙмәт итә. Әммә быйылғы 28-се форум, пандемия шарттары мөмкинлек бирмәү сәбәпле, һуңлабыраҡ үткәрелде. Элегерәк ул йыл да майҙа уҙғарыла ине. Шулай ҙа был мөһим тармаҡ һәм уның мәсьәләләрен уртаға һалып һөйләшеү, киләсәккә йүнәлештәр билдәләү өсөн сираттағы тапҡыр йыйылмай булдыра алманылар.
– Матур йолаға әүерелгән ошо форумда ҡатнашыусыларҙы йәнә Өфөлә күреүемә шатмын, беҙ артабанғы эш йүнәлештәрен уртаға һалып һөйләшеү өсөн йыйылдыҡ, шундай ҡатмарлы пандемия шарттарында ла етештереүҙе кәметмәгән өсөн нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт! – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, форумда һәм күргәҙмәлә ҡатнашыусыларҙы тәбрикләү һүҙе менән сығыш яһап.
Форумға һәм күргәҙмәгә Рәсәйҙең 31 төбәгенән 180-дән ашыу компания вәкиле йыйылғайны. Был саралар “Роспотребнадзор”ҙың пандемияға ҡағылышлы барлыҡ талаптарын күҙәтеп үткәрелде. Эшлекле программа Рәсәйҙең 14 ҡалаһынан килгән ике йөҙгә яҡын спикер ойошторған 20 сараны үҙ эсенә ала. Был программаның үҙәк өлөшө “Газ химияһы комплексының хәҙерге шарттарҙағы үҫеше: көрсөкмө, әллә яңы мөмкинлектәрме?” тип аталған стратегик сессиянан торҙо.
Сессия ултырышында республикабыҙ етәксеһе Радий Хәбиров, Рәсәй нефть һәм газ сәнәғәтселәре союзы президенты Геннадий Шмаль, Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы Владимир Капустин, сенатор, Федерация Советының иҡтисади сәйәсәт буйынса комитеты ағзаһы Юрий Важенин һәм башҡалар ҡатнашты.
– Иң башта шуны билдәләгем килә: беҙҙең иҡтисад ҡабаттан йәнләнә һәм коронавирус пандемияһынан һуң аҡрынлап аяҡҡа баҫа башланы, – тине Радий Фәрит улы форумдың тәүге көнөндәге стратегик сессиялағы сығышында. – Был – бик шатлыҡлы хәл һәм, тәбиғи, алға яңы бурыстар ҡуйыу мөмкинлеге бирә. Беҙҙең өсөн шуныһы ҡәтғи мөһим: республика өсөн нигеҙ булған тармаҡ – яғыулыҡ-энергетика комплексы – артабан нисек үҫешәсәк? Ошо турала фекер алышырға саҡырам. Башҡортостан – Рәсәйҙең иң ҙур нефть, газ, химия үҙәктәренең һәм тәбиғи газды иң киң ҡулланыусыларының береһе. Тап ошо комплекс предприятиелары сәнәғәт продукцияһының, экспорттың, ҡаҙна килемдәренең төп өлөшөн бирә лә инде. “Газпром трансгаз Өфө” акционерҙар йәмғиәтенә лә рәхмәт. Был предприятие – республика сәнәғәтен инновациялы үҫтереүҙең локомотивы. Хеҙмәттәшебеҙ булған газ транспортсыларының эшен дә юғары баһалайбыҙ.
Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, республика мотор газы яғыулығы баҙарын үҫтереүҙә алдынғы урындарҙың береһен биләй. Яҡын киләсәктә төбәгебеҙҙә тағы ла 26 газ яғыулығы тултырыу станцияһы эшкә ҡушыласаҡ. “Беҙ күберәк тә төҙөй алыр инек, ләкин ҡулланыусының кемдәр булыуын аңлау мөһим, бында байтаҡ мәсьәләләр күтәрелмәй ҡала һәм уларҙы Федераль хөкүмәткә лә адресларға кәрәк буласаҡ”, – тине Радий Фәрит улы.
Республика “Газпром” менән яңыса хеҙмәттәшлек алымдарына сығырға йыйына. “Роснефть” һәм “Ростех” менән барған уңышлы хеҙмәттәшлек өлгөһөнә эйәреп, был юлы ла берлектәге эш төркөмө ойоштороласаҡ. “Бындай тығыҙ аралашыу һәм хеҙмәттәшлекте тәфсирләп тикшерә барыу газ холдингына ла, беҙҙең төбәккә лә тик файҙаға ғына буласаҡ”, – тине республика етәксеһе.
Билдәле булыуынса, быйыл Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондары биләмәһендә “Алға” махсус сәнәғәт-етештереү зонаһы булдырылды.
– Зонала беҙ ҙур газ химияһы кластерын үҫтерергә йыйынабыҙ, был – беҙҙең хыял, – тине Радий Хәбиров форумда ҡатнашыусыларға. – Беҙҙең иҡтисадты үҫтереүҙә ул оҙаҡ йылдар буйы драйвер ролен башҡарасаҡ. Ошо йүнәлештә “Газпром” менән әүҙем эшләйбеҙ һәм был киләсәктә лә дауам итәсәк. Бының өсөн уникаль мөмкинлектәребеҙ бар. Улар иҫәбендә республика аша ҡыуҙырылған газ күләменең етерлек икәнлеген, ошо эштә белдеклелеге һәм хеҙмәт ресурстары заманса булған “Газпром нефтехим Салауат” предприятиеһын күрһәтергә мөмкин.
Ошо һүҙҙәр һәм баһа өсөн ерлек ышаныслы икәнен форумға йыйылған белгестәр шунда уҡ күрҙе: йыйынды асыу тантанаһында республика өсөн ҙур әһәмиәтле ваҡиға булды – “Газпром Нефтехим Салауат” акционерҙар йәмғиәтендә водород етештереү ҡеүәте эшкә ҡушылды. Тимәк, 8,5 миллиард һум инвестиция тигән һүҙ. Форумда әйтелеүенсә, тиҙҙән унда инвестиция күләме 40 миллиард һум тәшкил иткән каталитик крекинг ҡоролмаһы файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
– Өфөлә беҙҙең тармаҡтың үҫеш тенденциялары тураһында байтаҡ яңы һәм эшлекле фекерҙәр әйтелде, ғөмүмән, һөйләшеү бик етди бара, – тине Геннадий Шмаль.
– Ҡатмарлы шарттарҙа эшләргә тура килә тармаҡ коллективтарына, – тине «Южурал-Ойл» компанияһының генераль директоры Зиннур Исхаҡов. – Нефтселәр инвестиция күләмен кәметә, яңы ҡорамалдар алыу күләме ҡырҡа кәмене.
Көйөргәҙе районында һәм Ырымбур өлкәһендә урынлашҡан был предприятие инновациялы ҡорамалдар, мәҫәлән, “Каскад” күтәреү ҡулайламаһы етештереү менән шөғөлләнә. Әйткәндәй, күргәҙмәлә был ҡулайлама ла ҡуйылғайны. “Ашығыс рәүештә етди саралар күрергә кәрәк, юғиһә етештереүҙе кәметергә тура киләсәк”, – ти Зиннур Исхаҡов.
Генераль директор әйтеүенсә, бөгөн предприятие диверсификация планын төҙөй. Уға ярашлы, коллектив ауыл хужалығы ҡорамалдары етештереүҙе яйға һалыуҙы планлаштыра. “Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров беҙгә килде һәм етештереү ҡеүәттәре менән танышты, яңы кимәлгә сығыу юлдарын уртаға һалып һөйләшеү өсөн “Сәнәғәт сәғәте”нә саҡырҙы, – ти генераль директор. – Артабан Радий Фәрит улының фатихаһы менән Башҡортостандың Ауыл хужалығы, Сәнәғәт һәм энергетика министрлыҡтары етәкселәре менән һөйләштем, Питерға барып, “Кировец” тракторҙар заводында булып ҡайттыҡ, әле “Хужа” исемле аграр ҡорамал етештерә башларға йыйынабыҙ. Әлбиттә, предприятиеның төп йүнәлешен дә иғтибарһыҙ ҡалдырмаясаҡбыҙ, бында ла яңы эшләнмәләр бар. Ҡатмарлы замандар үтер ул, баҙарҙағы урынды һаҡлап ҡалырға кәрәк.
Яңғыҙ яу ҡайтармаһа ла...
Геннадий Шмаль илебеҙҙә нефть химияһына ҡарата сәйәсәтте камиллаштырыу яғында булыуын билдәләп үтте. Уның әйтеүенсә, беҙҙә һаман да 90-сы йылдарҙа барлыҡҡа килгән “көслөнөкө замана” рәүешендәге сәйәсәт хөкөм һөрә, йәғни иң ҡеүәтлеләр генә көрсөктән сыға, ҡалғандарға ярҙам ҡулы һуҙылмай. “Үҫешкән илдәрҙә иһә үҙ етештереүселәрен ҡыйырһытырға бирмәйҙәр”, – тине ул.
– Был йәһәттән Башҡортостан етәкселегенең позицияһын, уның нефть химияһы проблемаларына мөнәсәбәтен билдәләгем килә, – тине Рәсәй нефть һәм газ сәнәғәтселәре союзы президенты. – Шулай ҙа яңғыҙ яу ҡайтармай, тиҙәр бит. Нефть һәм газ химияһы үҫешенең өҫтөнлөктәрен ҡануни нигеҙҙә нығытыу талап ителә. Ҡытайҙа иҡтисадтың ошо өлкәһе – 30, ә АҠШ-та 25 процент тәшкил итә, ә Рәсәйҙә ул 1,6 процент ҡына. Ер аҫты байлығын сығарыу ауыр булған ятҡылыҡтарҙа яңы технологияларҙы үҫтерергә кәрәк. Күҙаллауҙар буйынса, 2040 йылға ошондай запас ярты миллиард тоннаға етәсәк. Шуның 350 миллион тоннаһы АҠШ-ҡа тура киләсәк тип фаразлана, ә беҙ иһә бындай запастарҙан 60 миллион тонна сығарыуҙы ғына планлаштырабыҙ. Бөтә эш технологияларға ҡайтып ҡала. Яҡындағы ун йылда беҙҙең компаниялар яңы ҡорамалдар һәм технологиялар һатып алыуға 60 миллиардтан алып 120 миллиард долларға саҡлы тотонорға иҫәпләй, был сығымдарҙың 85 проценты сит ил ҡорамалдарына тура киләсәк.
Форумда ҡатнашыусылар билдәләүенсә, Рәсәйҙең ҙур компаниялары ҡорамалдар етештергән ваҡ предприятиелар менән хеҙмәттәшлеккә бигүк риза булып бармайҙар, шуға ла ҡайһы бер бәләкәй предприятиелар хатта сарала ҡатнашыуҙан баш тартҡан, сөнки бының йоғонтололоғон күрмәйҙәр икән. Радий Хәбиров, был хәлде белеп, тармаҡтың бәләкәй предприятиелары тураһындағы теманы үҙе тәҡдим итте. Геннадий Шмаль уға бындай мөмкинлек өсөн рәхмәт әйтте һәм форумда бәләкәй фирмалар вәкилдәре менән пландан тыш ошо йүнәлеш буйынса осрашып һөйләшеү ҙә ойошторолдо.