Бөгөн Республика йортонда илдең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Владимир Якушев һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш кәңәшмәһе үткәрҙе. Унда республикала “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын тормошҡа ашырыу барышы тураһында һүҙ барҙы.
– Әле донъяла һәм Рәсәйҙә еңел булмаған осор. Ә төҙөлөш бөтә көрсөктәргә лә бик һиҙгер. Шуға күрә тармаҡ мәсьәләләрен шәхси контролдә тотам, даими рәүештә “Төҙөлөш сәғәттәре” үткәрәм, яңы һалынған һәм проблемалы объекттарға барам, – тине Радий Хәбиров. – 2019 йылда беҙ 2,3 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөнөк. Быйыл иһә 1,5 миллион квадрат метр тапшырҙыҡ. Биш процентҡа үҫеш менән маҡсатлы күрһәткестәрҙе үтәрбеҙ тип уйлайым.
Төбәк етәксеһе Владимир Якушевҡа алданған өлөшсөләр проблемаларын хәл итеүҙә, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам иткәне өсөн рәхмәт әйтте. Һуңғы ике йыл эсендә Башҡортостан милли проектҡа ярашлы федераль бюджеттан 1 миллиард һум самаһы аҡса алған. Был ярҙам яңы биҫтәләрҙе юл һәм социаль инфраструктура менән тәьмин итеү мөмкинлеге биргән.
Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Никита Стасишин Мәскәүҙән ойошторолған видеобәйләнеш аша Башҡортостанда быйыл төҙөлөш кимәленең 2019 йыл менән сағыштырғанда алты процентҡа артҡанын белдерҙе. Шәхси торлаҡ төҙөлөшө 10 процентҡа юғарыраҡ булған, ә бына күп фатирлы йорттарҙы файҙаланыуға тапшырыу 2,2 процентҡа кәмегән.
Владимир Якушев белдереүенсә, төҙөлөш статистикаһын теге йәки был яҡҡа тигеҙләргә кәрәкмәй.
"Әгәр төбәктә шәхси торлаҡ әүҙем төҙөлә икән, беҙҙең бурыс - төрлө дәүләт программалары аша халыҡҡа был эштә ярҙам итеү, – тине министр. – Беҙ кешеләрҙең мохтажлығын ҡәнәғәтләндерергә тейешбеҙ. Башҡортостанда былай ҙа, йола буйынса, шәхси төҙөлөш әүҙем үҫешә".
Төҙөлөш ойошмалары етәкселәре министрлыҡҡа ипотека ставкаһын 6,5 процентҡа тиклем төшөргән өсөн рәхмәт әйтте. Улар белдереүенсә, был ҡарар көрсөк шарттарында ла яңы өй туйлаусыларһыҙ ҡалдырмаған. Шул уҡ ваҡытта республикала “Жилстройсбережение” программаһы уңышлы эшләй, унда түбән ставка бирелә һәм аҡса йыйыу мөмкинлеге бар. Унда 10 меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Ә ауылдыҡылар өсөн “Ауыл ипотекаһы” программаһы ҙур ярҙам булды.
Йомғаҡтар яһап, төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Башҡортостандың “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” программаһын тормошҡа ашырыу тиҙлеге буйынса “йәшел зона”ла булыуын билдәләне. Тимәк, планлаштырылған күрһәткестәр тормошҡа ашырыла.
"Беҙ илдә 2030 йылға тиклем йылына бер кешегә кәмендә 0,82 квадрат метр торлаҡ төҙөргә тейешбеҙ, – тине Владимир Якушев. – Президент Владимир Путиндың 2030 йылға тиклем планлаштырыуҙы киңәйтеү мөмкинлеге биргәнен күҙ уңында тотҡанда, беҙ әле милли проектты яңынан форматлаштырыу фазаһындабыҙ, тик әллә ни ҙур үҙгәрештәр булмаясаҡ. Бөгөн булған сараларҙың күбеһе һаҡланасаҡ".
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.