Иҡтисад
9 Октябрь 2020, 09:28

Икмәкле йорт – йырлы йорт

Икмәк – иң изге ризыҡ, йәшәү сығанағы. Ул – муллыҡ, именлек, бәрәкәтлек билдәһе. Икмәк булһа, йыр ҙа булыр, тип юҡҡа ғына әйтмәй халыҡ. Табындарыбыҙҙы ошо ҡәҙерле ризыҡ менән тәьмин иткән һөнәр кешеләренә ҡарата күңелдә үҙенән-үҙе оло ихтирам уяна.

Икмәк – иң изге ризыҡ, йәшәү сығанағы. Ул – муллыҡ, именлек, бәрәкәтлек билдәһе. Икмәк булһа, йыр ҙа булыр, тип юҡҡа ғына әйтмәй халыҡ. Табындарыбыҙҙы ошо ҡәҙерле ризыҡ менән тәьмин иткән һөнәр кешеләренә ҡарата күңелдә үҙенән-үҙе оло ихтирам уяна.


Хәҙер икмәкте бик күптәр бешерә, әммә республика күләмендә һәм унан ситтә лә ҡулланыусылар баҙарын яуларлыҡ оҫталыҡҡа ирешеү һирәктәр өлөшөнә төшә. “Ҡандра икмәк комбинаты” уңғандары хаҡында был һүҙҙәр. Улар бешергән икмәк-ҡаластар һәр саҡ тәмле, юғары сифатлы. Быға нисек өлгәшелә һуң?
Бөгөнгө комбинат заманса сауҙа-етешт­ереү комплексы булып үҫешкән. Хәҙер ул биш икмәкхананы, ике кондитер цехын бер­ләштерә. Икмәкханаларҙың икеһе – Ҡан­драның үҙендә, башҡалары Түбәнге Троицк, Ҡарамалы-Ғөбәй һәм Дуҫлыҡ ауылдарында урынлашҡан. Улар тәүлек әйләнәһенә эшләй. Предприятие икмәк-булканың йөҙ төрөн етештереү мөмкинлегенә эйә. Ул, үҙ продукцияһына ихтыяжды иҫәпләп, ҡеүәтен йылдан-йыл үҫтерә.
Һуңғы йылдарҙа бында техник-технологик яңыртыу йүнәлешендә ҙур эштәр башҡарылған. Бының өсөн үҙҙәренең финанс мөмкинлектәрен тулы файҙаланалар. Мәҫәлән, Ҡандралағы икмәк цехтары яңыртылған. Беренсе икмәкханала ғына бер юлы дүрт йөҙ дана икмәк бешерерлек яңы мейес ҡорғандар. Түбәнге Троицкиҙағы икмәкхананы реконструкциялағандар, кондитер цехында яңы йыһаздар урынлаш­тырылған, автопарк тулыһынса яңыртылған. Түбәнге Троицкиҙа яңы кондитер цехы, “Йылы икмәк – кулинария магазины”н, “Башаҡ” минимаркетын асҡандар.
Предприятие үҙ эшмәкәрлеген заманса технологияларға ҡорған ваҡытта ла халҡыбыҙҙың икмәк бешереүҙәге күркәм традицияларын һаҡлай. Әйтәйек, ҡамырҙы ҡомалаҡ әсеткеһендә генә ҡабарталар, шуға ла икмәк-ҡаластары хуш еҫле, күпереп бешә һәм оҙаҡ һаҡлана. Әлбиттә, бындай ризыҡ һәр кемдең күңеленә хуш килә. Бер тапҡыр Ҡандра икмәген тәмләп ҡараған кеше артабан да уға өҫтөнлөк бирәсәк. Предприятие үткән быуаттың 70-се йылдарынан башлап хаҡлы рәүештә “Ҡандра икмәге” тигән брендты юғары тота.
Һәр көн иртә менән яңы өлгөргән икмәк тейәгән машиналар республиканың төрлө тарафтарына юллана. Әлеге ваҡытта предприятиеның ризыҡтары дүрт йөҙ сауҙа нөктәһендә һатыла. Баш ҡалабыҙ Өфөлә генә тиҫтәләрсә сауҙа предприятиеһы уларҙың продукцияһын һоратып ала.
Кулинария цехтарының продукцияһына ла ихтыяж булып ҡына тора. Тәм-томдоң ассортименты бай. Сәксәк һәм төрлө бәлештәр һатылып тора. Иң мөһиме, уларҙы экологик саф сеймалдан ғына етештерәләр. Кулинария цехы өсөн кәрәкле йәшелсәне хатта предприятие ихатаһында химикаттар ҡулланмайынса үҙҙәре сәсеп үҫтерә. Бындай тәжрибә тағы ла ҡайҙа бар икән, тип ғәжәпләнәһең.
Предприятие продукция сифаты буйынса “Башпотребсоюз” тармағында – беренсе, ә етештереү күләме йәһәтенән икенсе урынды алып тора. Финанс тотороҡлолоғо буйынса ла алдынғылыҡты тоталар. Өлгәшелгәндәр – тотош колллективтың тырыш хеҙмәт һөҙөмтәһе. Бында эшләүҙе һәр кем ғорурлыҡ тип һанай, сөнки кадрҙарҙы һайлап ҡына алалар. Эшкә килгән һәләтле йәштәргә һөнәрен камиллаштырырға, һайлаған йүнәлештә белем алырға ла финанс ярҙамы күрһәтәләр. Был йәһәттән дә уларҙың тәжрибәһе өлгөлө.
Тәжрибә тигәндән, предприятие эшселәре үҙ тәжрибәһе менән республика күләмендәге һөнәри конкурстарҙа, күргәҙмәләрҙә йомарт уртаҡлаша, алдынғы урындар яулай. Уларға “Центросоюз” һәм “Башпотребсоюз” тарафынан бирелгән күп һанлы дипломдар, маҡтау грамоталары быны асыҡ дәлилләй.
Предприятиела етештерелгән беренсе сортлы бойҙай икмәге “Башҡортостан продукты” тигән абруйлы исемгә лайыҡ булған. Коллективты хеҙмәткә дәртле, булдыҡлы, берҙәм итеп туплауҙа, предприятиены ошо бейеклеккә күтәреүҙә Ҡандра икмәк комбинаты ҡулланыусылар йәмғиәте советы рәйесе – Башҡортостандың атҡаҙанған аҙыҡ-түлек индустрияһы хеҙмәткәре Рәлиә Исхаҡованың тырышлығы ҙур.
– Беҙ көндәлек тынғыһыҙ хеҙмәтебеҙ менән халыҡтың табын муллығын артты­рабыҙ. Республика игенселәре ҙур көс һалып үҫтергән алтындай бөртөктәр өҫтәлдәрҙә күпереп бешкән тәмле икмәк-ҡаластар булып урын алһын өсөн бөтә оҫталығыбыҙҙы һалып тырышабыҙ. Ә инде хеҙмәтебеҙгә халыҡ баһаһы – ул иң ҙур баһа, –ти Рәлиә Әғзәм ҡыҙы.


Туймазы районы.
Читайте нас