Иҡтисад
9 Октябрь 2020, 09:32

Салат үҫтереп байып буламы?

Йәй үҙ баҡсаңдан 150 мең һум самаһы килем алып буламы? Күптәр “булмаҫ” тиер. Ә бына Нуриман районының Яңы Күл ауылында йәшәгән Гөлназ Хәмиҙуллина быны эше менән иҫбатлай.

Йәй үҙ баҡсаңдан 150 мең һум самаһы килем алып буламы? Күптәр “булмаҫ” тиер. Ә бына Нуриман районының Яңы Күл ауылында йәшәгән Гөлназ Хәмиҙуллина быны эше менән иҫбатлай.
Гөлназ “ЭкоСалат” ойошмаһында эшләп, салаттар һәм тәмләткес үләндәрҙе үҫтереү серҙәренә төшөнгән. Быйыл иһә етәкселек уға салатты өйҙә үҫтереп ҡарарға тәҡдим иткән.


Гөлназ ҡыуанып риза була. Уларҙың ихатаһы ҙур. Картуф баҡсаһының күпселек өлөшөн салат үҫтереүгә бүлә ул. Ойошма, тәү сиратта ерҙе һөрөп, салаттарға һыу ҡойоу системаһы үткәрә, үҫентеләр бүлеп бирә. Әҙерләнгән урынға дүрт мең самаһы үҫенте ултыртыла һәм эш башлана.
Йәй буйы Гөлназ, тейешле ваҡытта салаттарға һыу ҡойоп, утап, үҫтереп ала. Тәүге партияла “Айсберг” сортлыһын ултырталар. Икенсе тапҡыр “Пекин кәбеҫтәһе”н сәсәләр. Уңыш мул була. Мәҫәлән, ойошма “Айсберг” кәбеҫтәһенең береһен Гөлназдан 65 һумға һатып ала. Тимәк, дүрт мең дананы 65-әр һумға һатҡан осраҡта 260 мең һум аҡса эшләйһең.
“ЭкоСалат” ерҙе һөрөү, үҫентеләрҙең хаҡын, һыу ҡойоу системаһы өсөн сарыф ителгән аҡсаны алып ҡала. Хужабикәнең таҙа килеме 150 мең һум тәшкил итә. Әле был салаттың беренсе партияһынан ғына!
Гөлназға был алым бик оҡшай. Икенсе йыл иһә ҡыҙ өс партия салат үҫтереп алмаҡсы.

– Мин һатып алыусыны эҙләмәйем, баҡсамды һөрөп, һыу торбалары үткәрмәйем. Бары тик үҫентеләрҙе ултыртып сығып, ваҡытында һыу ҡоям. Йәйгеһен районда көслө борсаҡ яуҙы. Шул ваҡытта ғына уңыш өсөн борсолдом. Инде ҡырау кәбеҫтәне тишкеләп сығыр инде тип ҡурҡтым. Бәхеткә күрә, ул бер ниндәй ҙә зыян килтермәне, – тип һөйләй уңғанбикә.

Гөлназдың баҡсаһын күргәндән һуң, салаттар үҫтергән ойошманың эше менән дә танышҡы килде. Етештереү эшенә етәкселек иткән Айнур Рафиҡов баҫыуҙа эш барышын көйләй ине.
“ЭкоСалат” ойошмаһы Нуриман районында 2012 йылда эш башлаған. Бында ундан ашыу салат төрөн үҫтерәләр.

Әйткәндәй, беҙҙең кибеттәрҙәге салаттың 80 проценты тиерлек бында үҫтерелгән тауар. Гамбургер, төрлө фастфуд һәм салаттарҙа ҡулланылған үлән-тәмләткестәр ҙә Нуриман еренән килә. “Айсберг”, “Лолло Роса”, “Кейл”, “Романо”, сельдерей, руккола һәм башҡаһы үҫә бында. Ә иң ҡыҙығы шунда: салат ултыртҡан майҙан 200 гектарҙан ашыу ерҙе тәшкил итә!
– Салат үҫтереү технологияһы бик үҙенсәлекле. Сифатлы күсән алыу өсөн ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә кәрәк. Беҙ сифатлы ризыҡ етештереү өсөн барлыҡ нескәлектәрҙе лә иҫәпкә алып эшләйбеҙ. Тауар Санкт-Петербург, Себер тарафтарына оҙатыла. Эре супер-маркеттарҙағы Нуриман ерендә үҫтерелгән салатты хәүефләнмәй ашарға була, – ти Айнур.
Эш миҙгелле булғас, ойошмала күберәк ялланған хеҙмәткәрҙәр эшләй. Уларҙы вахта автобустары көн һайын Өфөнән, яҡын-тирәләге ауылдарҙан барып ала. Йәмғеһе 70-тән ашыу кеше салат йыйыу менән шөғөлләнә. Унлаған бригада бар.
Йыйылған продукцияны ҙур һыуытҡыс-бүлмәгә оҙаталар. Һалҡында тотолған салатты һатыуға ебәреү өсөн әҙерләйҙәр. Һыуытҡыс камералағы салат оҙаҡ боҙолмай һәм тейешле ергә яңы киҫеп алынған кеүек кенә булып барып етә.
“ЭкоСалат” ойошмаһы үҙенең базаһында кооператив та ойошторған. Уның 14 ағзаһы бар. Ә быйыл Гөлназ Хәмиҙуллина менән берлектә ойошторолған тәжрибәне артабан киңәйтеү һәм ауыл халҡын да әүҙем­ләштереү юлдарын өйрәнәләр.


Нуриман районы.
Читайте нас