Республика көнө алдынан Йәрмәкәй ауылының Көньяҡ биҫтәһендәге шәхси йорттар тантаналы шарттарҙа зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырылды. Бындай бәхет иң тәүгеләрҙән булып Сиражевтар ғаиләһенә эләкте.
Яңы биҫтә 2014 йылда төҙөлә башлай. Бында 207 ер участкаһы бүленгән, шуның 75-е льготаға эйә граждандарға тәғәйенләнгән.
2017 – 2019 йылдарҙа “Башкирэнерго” йәмғиәтенең көсө менән йорттар электр энергияһына тоташтырыла. Бөгөн барлыҡ участкалар ҙа ошондай мөмкинлеккә эйә тип әйтергә мөмкин. 2019-2020 йылдарҙа оҙонлоғо биш километрлыҡ ҡырсынташлы юлдар һалына, был мөһим эшкә аҡса республика бюджетынан бүленә. Биҫтәгә һыу үткәреү эштәре, “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” федераль программаһына ярашлы, 2021 йылға планлаштырылған. Проект-смета документацияһы урындағы бюджет иҫәбенә әҙерләнгән.
Быйыл Башҡортостанда газ үткәреү программаһына ярашлы, биҫтәне зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу буйынса маҡсатлы эштәр алып барылған. Оҙонлоғо 4,8 километрға тиң газ торбалары һуҙылған.
"Зәңгәр яғыулыҡ килеү менән биҫтәлә шәхси төҙөлөш тағы ла йәнләнер тип ышанабыҙ. Бөгөнгә 207 участканың 64-ендә төҙөү эштәренә рөхсәт бирелгән, 10 йорт теркәлгән, тағы ла 14-ендә төҙөлөш тамамланыу өҫтөндә", - тип аңлатма бирҙе Йәрмәкәй районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе Ынйы Шафиҡова.
Фотолар авторы – Ынйы Шафиҡова.