Заманса яҡшы юлдар төҙөү һәр төбәктең социаль-иҡтисади үҫешен тиҙләтә, халыҡтың йәшәү кимәлен күтәрә, шуға ла беҙҙең республикала был тармаҡҡа етди иғтибар йүнәлтелә. Иң мөһиме – юлдар бөгөнгө талаптарға ярашлы, юғары сифатлы һәм әүҙем төҙөлә. Был, әлбиттә, тәү сиратта “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәте коллективының тырыш хеҙмәт һөҙөмтәһе булып тора.
Ҡеүәтле предприятиеның әйҙәүсе идаралыҡтарының береһе – Өфө юл төҙөү-ремонтлау идаралығы дөйөм эшкә үҙенең лайыҡлы өлөшөн индерә. Идаралыҡ федераль, республика һәм урындағы юлдарҙы төҙөү, реконструкциялау, капиталь һәм ағымдағы ремонт эштәрен башҡара. Уларҙың эш һөҙөмтәләре бар яҡлап та маҡтауға лайыҡ. Быға фиҙакәр хеҙмәт менән өлгәшелә. Булдыҡлы, һөнәри яҡтан юғары әҙерлекле коллективҡа иң ҡатмарлы заказдарҙы ла ышанып тапшыралар. Ә коллектив, үҙ сиратында, йөкмәтелгән эште теүәл, билдәләнгән ваҡытта һәм сифатлы башҡарып сыға.
Һуңғы осорға ғына күҙ һалһаҡ та, идаралыҡтың ғорурланып һөйләрлек эштәре байтаҡ. Былтыр, мәҫәлән, Бөрө – Тастүбә – Һатҡы автомобиль юлы төҙөлөшөндә Ҡариҙел йылғаһы аша күпер менән Ҡариҙел ауылын урап үтеү юлын төҙөүҙә генераль подрядсы булараҡ ҙур эш башҡарғандар. Ҡатмарлы рельеф шарттарында ун километр самаһы юл һалғандар. Шул уҡ ваҡытта Ҡариҙел йылғаһы аша төҙөлгән күперҙең өҫлөгөн, ундағы йәйәүлеләр юлын эшләгәндәр.
Был юлдың федераль әһәмиәттәге икәнен дә билдәләйек, йәғни төҙөлөшкә ҡарата талаптар айырыуса юғары. Предприятие үҙ эшмәкәрлеген инновациялы технологияларға нигеҙләнеп ғәмәлгә ашыра. Мәҫәлән, әле телгә алған юлдың өҫлөгөнә заманса талаптарға һәм стандарттарға яуап биргән ПБВ-90 ҡатнашмалы таш-мастикалы асфальт-бетон түшәлгән. Ул, башҡа юл өҫлөктәренә ҡарағанда, юғары эксплуатациялау үҙенсәлеге менән айырыла, оҙаҡ хеҙмәт итә. Ғөмүмән, коллектив яңы технологияларҙы үҙләштереүҙә алдынғылар рәтендә бара. Һәр заказды оҫталыҡҡа һынау булараҡ ҡабул итәләр. Улар Затон биҫтәһе аша баш ҡаланы төньяҡтан урап үткән трасса төҙөлөшөндә лә үҙҙәренең булдыҡлылығын раҫланы.
Баш ҡалабыҙ райондарында, шулай уҡ республиканың төрлө тарафтарында юлдарҙы яңыртыуға ла коллектив ҙур өлөш индерә. Мәҫәлән, Өфөнөң Әй, Р. Зорге, Б. Бикбай, Гагарин, Сипайлово урамдарындағы юлдар нәҡ уларҙың тырышлығы менән төҙөкләндерелгән.
Ҡала урамдарын заманса өҫлөк менән яңыртҡан өсөн уларға Ишембай халҡы ла рәхмәт әйтә. Быйылғы күләмле эштәр иҫәбендә М-5 автомобиль трассаһында Өфө – Нуғай участкаһының айырым өлөшөн ремонтлағандар.
Коллективтың булдыҡлылығы менән бер рәттән, предприятиеның матди-техник базаһының ныҡлығы ла ҙур әһәмиәткә эйә. Идаралыҡтың был яҡтан ҡеүәте юғары. Улар һәр осраҡта сифатты алғы планға ҡуйып эшләй.
Предприятиеның эшмәкәрлеген заманса һәм һөҙөмтәле итеп ойоштороуҙа идаралыҡ начальнигы Алик Сабитовтың тырышлығы ҙур. Алик Миҙхәт улы йәштән үк юл хеҙмәте сынығыуы үткән. Хеҙмәт юлын автотранспорт колледжын тамамлағандан һуң ғәҙәти юл эшсеһе булып башлаған. Артабан эшенән айырылмайынса, Өфө дәүләт нефть техник университетында уҡып, һөнәри баҫҡыстар үтеп, етәксе вазифаһына тиклем үрләгән. Һуңғы осорҙа юл хеҙмәтенә, шул иҫәптән әлеге коллективҡа ла белемле, һөнәри әҙерлекле йәштәр тартыла. Был республиканың юл төҙөлөшө комплексының алдынғы технологиялары иҫәбенә яңырыуы менән аңлатыла. Тармаҡ заман менән бергә үҙгәрә.
– Республика юлдары йылдан-йыл яңыра, заманса төҫ ала, юлсылар өсөн уңайлыҡтар арта. Беҙ ошо мөһим иҡтисади-социаль әһәмиәтле эшкә үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә тырышабыҙ. Яңы юлдар йырлап үтерлек булһын, – ти Алик Сабитов.