Иҡтисад
10 Октябрь 2020, 15:00

"Башҡортостанды ылыҡтырғыс төбәк тип күрәбеҙ"

Радий Хәбиров Болгарияның Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Атанас Крыстин менән осрашты.

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Болгарияның Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Атанас Крыстин менән осрашты.
Дипломат республикаға Өфөлә Рәсәйҙә беренсе булып эшләй башлаясаҡ Болгарияның Почетлы консуллығы асылыуға әҙерлек уңайынан килгән. Учреждениеға “Башҡортостан – Болгария халыҡтары дуҫлығы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы башлығы Ярослав Шредер етәкселек итәсәк.
– Беҙҙә Почетлы консуллыҡ асылыуы – Рәсәй менән Болгария мөнәсәбәттәрен үҫтереүгә яҡшы этәргес, – тине Радий Хәбиров. – Республикабыҙҙы һеҙҙең ил менән Иван Сергеевич Аксаков бәйләй, ул – XIX быуатта Болгарияны азат итеүгә ҙур өлөш индергән кеше. Бөгөн гуманитар өлкәлә мөнәсәбәттәр әүҙем үҫешә. Быларҙың барыһы ла ике яҡлы бәйләнештәрҙе нығытыу өсөн нигеҙ булып тора.
Башҡортостан Башлығы белдереүенсә, Башҡортостан менән Болгария араһындағы тышҡы сауҙа әйләнеше 2020 йылдың ете айы эсендә былтырғы менән сағыштырғанда 3,5 тапҡырға артҡан һәм 11 миллион доллар тәшкил итә.
Радий Хәбиров Болгария вәкилдәрен Башҡортостанда 2021 йылда үтәсәк халыҡ-ара кимәлдәге сараларҙа – Бөтә донъя фольклориадаһында һәм “Апимондия” халыҡ-ара умартасылыҡ конгресында ҡатнашырға саҡырҙы.
Атанас Крыстин Башҡортостан менән гуманитар бәйләнештәрҙе үҫтереү буйынса пландары хаҡында һөйләне.
"Беҙҙең университеттар Башҡортостан юғары уҡыу йорттары менән ғилми кооперацияны үҫтереүгә әҙер - юғары мәктәпте тамамлағандар ике диплом алыу мөмкинлегенә эйә булһын, – тине илсе. – Коронавирусҡа бәйле хәл ипкә килеү менән Болгария ректорҙары Өфөгә килергә әҙер".
Шулай уҡ ул ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек тауарҙарын эшкәртеү тармағындағы уртаҡ проекттарҙы тормошҡа ашырыу йәһәтенән ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе.
"Күп ишеттек: һеҙ инвесторҙарға әүҙем ярҙам итәһегеҙ, - тине Атанас Крыстин. – Шуға күрә беҙ Башҡортостанды бизнес алып барыу өсөн бик ылыҡтырғыс төбәк тип күрәбеҙ".
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас