Иҡтисад
15 Октября 2020, 16:30

"Беҙ хеҙмәттәшлек өсөн асыҡбыҙ"

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Катар – Рәсәй хеҙмәттәшлеге үҙәге делегацияһы менән осрашыу үткәрҙе.

15 октябрҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Катар – Рәсәй хеҙмәттәшлеге үҙәге делегацияһы менән осрашыу үткәрҙе.
Делегация составына “Qatar-Russia Investment & Trade Advisory” компанияһы вәкилдәре – генераль директор Олег Чиж, дәүләт власы органдары менән бәйләнеш буйынса йүнәлеш етәксеһе Игорь Подзигун, сауҙа үҫеше өсөн яуаплы Булат Яҡупов, Рәсәй Инвестиция агентлығының башҡарма директоры Маргарита Васильева ингән.
Башҡортостандың Катар менән сауҙа-иҡтисади һәм инвестиция йәһәтенән хеҙмәттәшлеге дөйөм эштә ҙур ҡеүәткә эйә. Уларҙың баҙарына төбәктә етештерелгән машина эшләү ҡорамалдары, металл изделиелары, химия сәнәғәте продукцияһы ташыла. Хәҙер быларға аграр сәнәғәт комплексы, урман сәнәғәте тауарҙарын, нефть һәм газ ҡоролмаларын өҫтәү мөмкинлеге бар.
Республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Маргарита Болычеваның хәбәр итеүенсә, сеймал булмаған экспорт күләмен һәм экспортҡа сығарыусылар һанын арттырыу – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе.
"Башҡортостан Республикаһы менән Катар Дәүләте араһында тышҡы сауҙа әйләнешен киңәйтеү мөһим. Дөйөм Рәсәй буйынса экспорт күләме – 45 миллион доллар. Тауарҙарыбыҙ конкурентлыҡҡа һәләтле, экспортҡа сығарыла ала тигән фекерҙе сит ил баҙарына еткереү мөһим", – тине Маргарита Болычева.
Үҙ сиратында “Qatar-Russia Investment & Trade Advisory” компанияһы вәкилдәре республикаға ҡарата ҙур ҡыҙыҡһыныу белдерҙе, Хөкүмәттең инвестициялар йәлеп итеү һәм сауҙа үҫеше буйынса эшен баһалап үтте. Улар шулай уҡ иҡтисади, инвестиция, фәнни, туристик, мәҙәни һәм башҡа йүнәлештәр буйынса хеҙмәттәшлек итеүгә әҙерлеген әйтте.
Осрашыуға һығымта яһап, республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ике аралағы хеҙмәттәшлектең файҙалы буласағына ышаныс белдерҙе.
"Башҡортостан – хеҙмәттәшлек өсөн ҙур ҡеүәткә эйә төбәк. Беҙ – ышаныслы партнер һәм диалогҡа асыҡбыҙ", – тине ул.
Белешмә. 2019 йыл һөҙөмтәләре буйынса, Башҡортостан менән Катар араһындағы тышҡы сауҙа әйләнеше 10 мең АҠШ доллары кимәлендә булған. Экспорт нигеҙен машиналар эшләү продукцияһы (77,6 процент), металдан изделиелар (12,4 процент), химия сәнәғәте продукцияһы (2,8 процент) тәшкил иткән. Быйыл ғинуар – июль һөҙөмтәләре буйынса, тышҡы сауҙа әйләнеше 7,5 мең АҠШ долларына тиң булған, импорт ташыуҙары был осорҙа теркәлмәгән.
Qatar-Russia Investment & Trade Advisory (QRITA) – эшмәкәрлеге эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге белешмә хеҙмәттәрен күрһәтеүгә йүнәлтелгән Катар Рәсәй хеҙмәттәшлек үҙәгенә (QRCC) ҡараған компания. QRITA күп дәүләттәрҙең коммерция ойошмалары, предприятиелары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Катар һәм Рәсәй баҙарҙары араһында сауҙа, инвестиция мөнәсәбәттәре даими үҫтерелә.
Фото: pravitelstvorb.ru
Читайте нас