Баҡалы сыры бер нисә йыл элек кенә юғары сифаты менән райондан, хатта республиканан ситтә ҙур танылыу яулағайны.
Урындағы май һәм сыр заводында 15 төрлө һөт ризығы етештерелде. Төп продукт, әлбиттә, голланд сыры ине. Ул бөтә ил буйынса һатылды, Рәсәй сыр күргәҙмәләрендә алтын һәм көмөш миҙалдар яуланы.
2013 йылда Баҡалы сыр заводында был ризыҡты етештереү туҡтала, предприятиены Дәүләкән һөт заводы һатып алып, тик һөт етештерә башлай. 2017 йылда иһә ул тулыһынса бөлгөнлөккә төшә.
Шул осорҙан алып күп нимә үҙгәрҙе. Хәҙер энтузиаст-эшҡыуарҙар әүәлге данды кире ҡайтарыу йәһәтенән эш алып бара. Радик Нәбиев һәм Юрий Трофимов кеүек булдыҡлы, эшсән кешеләрҙең тырышлығы менән Баҡалыла сыр етештереү тергеҙелә. Күптән түгел генә улар “Партнер” ауыл хужалығы һатыу-тәьмин итеү ҡулланыусылар кооперативын асып, тейешле ҡорамалдар һатып ала һәм “Ауыл хужалығы кооперативтарының матди-техник базаһын үҫтереү” федераль программаһында ҡатнаша, эш урындары булдыра.
Әлегә цех тест режимында эшләй, рецепттар һайлана, технологик ғәмәлдәр өйрәнелә, көйләнә. Көн һайын 850 литр һөт эшкәртелә, голланд сыры етештерелә. Бер баш сырҙың ауырлығы 100 йәки 50 килограмм. Сауҙа нөктәләренә ризыҡты ноябрҙә сығарырға ниәтләйҙәр. Һөттө райондағы ауыл хужалығы предприятиеларынан килтерәләр. Улар ҙа кооператив ағзалары булып тора. Әле “Партнер” 17 ауыл хужалығы етештереүсеһен берләштерә.
Киләсәктә кооператив цехтың ике сменалыҡ эшен ойоштороуҙы, эш урындарын арттырыуҙы, һөт ризыҡтарының, шулай уҡ сырҙың бүтән төрҙәрен сығарыуҙы планлаштыра. Ике сменала эшләгән осраҡта цех көн һайын 10-15 тонна һөт эшкәртеү ҡеүәтенә эйә булсаҡ.