Бөгөн, 15 октябрҙә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бүздәк районында булып, М5 “Урал” федераль трассаһының реконструкцияланған бер участкаһын асыуҙа ҡатнашты.
Мәскәү менән Өфөнө тоташтырған оло юлдың 11 километрлыҡ өлөшө Рәсәйҙең транспорт инфраструктураһын комплекслы үҫтереү программаһына ярашлы төҙөкләндерелде.
“Приуралье” федераль юл идаралығы етәксеһе Азамат Илембәтов белдереүенсә, “Урал” автомобиль юлы илдә иң көсөргәнешлеләрҙән һанала, унан тәүлек һайын 50 меңгә тиклем автомобиль үтә. Яңы участканы сафҡа индереү хәрәкәт тиҙлеген арттыра һәм тығындарҙан ҡотҡара аласаҡ. Төҙөүселәр ике һыҙатлы юлды алтауға тиклем киңәйткән, йәйәүлеләр өсөн ер өҫтө үткәүеле эшләгән. Шулай уҡ Кесе Ҡыҙаш йылғаһы аша күпер ремонтланған. Был эш барышында мал ҡыуыу өсөн урын да иҫәптә тотолған. Өҫтәүенә йәйәүлеләр һәм трасса кимәленән түбәнерәк йөрөгән транспорт өсөн тоннель яһалған. Был эштәрҙе урындағы халыҡ менән кәңәшләшеп, фекер алышып башҡарғандар.
"Ҡәҙерле дуҫтар, барығыҙҙы ла республикабыҙ тормошондағы шатлыҡлы ваҡиға менән ҡотлайым, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ бөгөн юлдың ҙур участкаһын файҙаланыуға тапшырабыҙ. Барлыҡ төҙөүселәргә лә ҙур рәхмәт. Улар эште тиҙ арала һәм сифатлы итеп башҡарҙы. Юл халыҡты оҙаҡ йылдар ҡыуандырыр. Транспорт системаһын яҡшыртыу, юлдарҙы төҙөкләндереү – беҙҙең эшмәкәрлектең өҫтөнлөклө йүнәлештәре. Планда – республиканың бер осонан икенсеһенә тиклем яҡшы юлдар аша үтеп булыу мөмкинлеген тыуҙырыу. М5 трассаһының Башҡортостандағы өлөшөн кәмендә дүрт һыҙатлы итергә теләйбеҙ, шулай ҙа маҡсатыбыҙ – был мөһим юлды алты һыҙатлы итеү.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.