Иҡтисад
16 Октябрь 2020, 16:00

“Бурыс – һеҙгә ошо ҡатмарлы осорҙо үтергә ярҙам итеү”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Сәнәғәт сәғәте” тәртибендә онлайн-кәңәшмә үткәрҙе.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Сәнәғәт сәғәте” тәртибендә онлайн-кәңәшмә үткәрҙе. Унда ҡатнашыусылар еңел сәнәғәт өлкәһендәге республика етештереүселәренә ярҙам саралары, инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итеү буйынса фекер алышты.
Сәнәғәт һәм энергетика министры Александр Шельдяев быйыл туғыҙ айҙа тармаҡтың эше тураһында һөйләне. Республика Башлығы, кәңәшмәнең төп темаларының береһе – республика Хөкүмәте тормошҡа ашырған сараларҙың һөҙөмтәлелеген предприятиелар күҙлегенән анализлау, тип билдәләне.
– Беҙҙең бурыс – һеҙгә ошо бик ҡатмарлы осорҙо үткәрергә ярҙам итеү. Әммә шуны күҙ уңында тотоуҙы һорайым: бер-ике йылдан иң элек әүҙем конкурентлыҡ сәйәсәтен тормошҡа ашырған предприятиеларҙы дәртләндерә башлаясаҡбыҙ, – тине ул. – 2020 йыл аҙағына Рәсәйҙә коронавирустан вакцинаны сәнәғәти етештереү яйға һалынырға тейеш. Киләһе йыл уны киң ҡулланыуға күсербеҙ, сир еңелер, тип өмөтләнәм. Шуға күрә етештереүҙе үҙгәртеп ҡороу тураһында әле үк уйлана башларға кәрәк. Стратегик үҫеш планын төҙөй башлағыҙ.
Предприятиелар етәкселәре хеҙмәткәрҙәр һанын һаҡлап ҡалыу, мотлаҡ түләүҙәрҙе ваҡытында тәьмин итеү, производстволарҙы яңыртып, продукция ассортиментын байытыу мөмкинлеген биргән дәүләт ярҙамы сараларын юғары баһаланы. Атап әйткәндә, Нефтекаманың “Искож” предприятиеһы быйыл дүр яңы ҡорамал һатып алған, йәнә 250 миллион һумлыҡ техник йыһазландырыуҙы планлаштыра. Компания етәкселеге ошо проектты финанслау сығанағын эҙләй. Нефтекамалағы тағы ла бер етештереүсе – “Малыш” йәмғиәте кейем һалым, шул иҫәптән башҡорт милли биҙәге һәм символикаһы төшкән спорт костюмдары тегеүҙе арттыра.
Республика Башлығы Сәнәғәт һәм энергетика министрлығына Финанс министрлығы менән берлектә Башҡортостандағы дәүләт учреждениеларына еңел сәнәғәт продукцияһын һатып алыу структураһын анализлап, киләһе “Сәнәғәт сәғәт”тәренең береһендә хәбәр итергә ҡушты.
Тармаҡтағы ҡайһы бер предприятиелар ҡеүәттәрҙе етди реконструкциялауға мохтаж. “Ағиҙел” башҡорт халыҡ кәсептәре предприятиеһы һәм Ишембай ойоҡ фабрикаһы етәкселәре иҡтисадтағы кире тенденцияларға бәйле ҡыйынлыҡтар тураһында һөйләне. Был заводтарҙағы төп производстволар 70-80-се йылдарҙа барлыҡҡа килгән һәм әле ҡорамалдарҙы тотош алмаштырырға, цехтарҙы ремонтларға кәрәк. Радий Хәбиров, был мәсьәләләр ентекле тикшереү талап итә, тип белдерҙе һәм уларҙы айырым кәңәшмәлә ҡарарға тәҡдим итте.
Бынан тыш, етештереүселәр еңел сәнәғәт өсөн профессиональ кадрҙарға ҡытлыҡ кисерә. Күмертауҙағы джинсы кейем теккән “Баш-Деним” компанияһы башта 50 белгес йәлеп итергә ниәтләһә, һуңыраҡ ни бары 12 кешене генә эшкә алған. Ишембай ойоҡ фабрикаһында ла коллективтың ҙур өлөшөн пенсия алды йәшендәгеләр тәшкил итә.
– Беҙгә тегенселәрҙе, башҡа белгестәрҙе уҡытыу, уларҙың белемен камиллаштырыу буйынса программа кәрәк. Сәнәғәт һәм энергетика министрлығынан ихтыяж ҙур булған белгеслектәр исемлеген предприятиелар менән тикшереүҙе һәм колледждарыбыҙҙы ошо эшкә әүҙем йәлеп итеүҙе һорайым. Еңел сәнәғәтте үҫтерергә теләһәк, был мәсьәлә менән етди шөғөлләнеү фарыз, – тине Радий Хәбиров.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас