Башҡортостан – ҙур төбәк, ауыл хужалығы йылдам үҫешкән, продукцияның төп төрҙәрен етештереү буйынса алдынғылар рәтенән төшмәй. Ауыл хужалығы төбәк иҡтисадының ҙур тармағы һанала һәм гел генә етәкселектең иғтибар үҙәгендә.
Республика Башлығының һуңғы осорҙағы эш сәфәрҙәре быны дәлилләй. Башҡортостанда ошо биш йыллыҡта ауыл хужалығын үҫтереүгә, социаль инфраструктураны яҡшыртыуға гранттар бирелә, аҡсалата ярҙам күрһәтелә. Һөҙөмтә үҙен көттөрмәй. Рәсәй өсөн ауыр булған яҙ, пандемия осоро быға аныҡ миҫал: аграрийҙарыбыҙ төбәкте үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлек һәм йәшелсә, еләк-емеш менән тәьмин итә алыуын дәлилләне.
Ауыл хужалығы өлкәһе, ер кешеһенең хеҙмәте тәбиғәт шарттарына ныҡ бәйле. Бөтә һалған хеҙмәтеңдең ҡырау, дауыл, боҙборсаҡ арҡаһында юҡҡа сығыуы ихтимал. Шулай ҙа, быйылғы йыл насар булды, тип әйтеп булмай. Әлбиттә, оҙайлы ҡоролоҡ уңыштың күләменә йоғонто яһаны. Әммә былтырғы кеүек ҡырауҙар арҡаһында меңләгән гектар майҙанда ужым культуралары һәләк булманы. Ҡоролоҡ башланғанға тиклем үк башаҡтар тулышып өлгөрҙө. Һөҙөмтә булараҡ, һуңғы осорҙа ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре 1 миллион 700 мең гектарҙа бойҙай һәм ҡуҙаҡлылар культураһын йыйыуға өлгәште. Дөйөм күләмдең 95 проценты ырҙынға оҙатылған да инде. Республикала һуңғы ун көндә торған йылы һауа торошо уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алырға мөмкинлек бирҙе. Тағы ла 90 мең гектарҙа ҡарабойҙай, тары һәм кукурузды йыйырға кәрәк.
Быйыл бураларға 3 миллион 850 мең тонна ашлыҡ һалынды. Былтыр был һан 3 миллион 300 мең тонна тәшкил иткәйне. Республикала уртаса төшөм гектарынан 22,3 центнер тәшкил итте. 2019 йылда гектар ҡеүәте 19,7 центнер булған. Стәрлетамаҡ, Илеш, Саҡмағош райондарында 200 мең тонна иген һуғылған. Ә бына иген культураларының уңдырышлылығы буйынса Саҡмағош, Шишмә, Илеш, Дәүләкән райондарына етеүсе юҡ.
Тәүгеләрҙән булып көҙгө уңыш йыйыу кампанияһын Әлшәй, Дәүләкән, Дүртөйлө, Ейәнсура, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Мәләүез, Стәрлебаш, Тәтешле, Шаран, Федоровка һәм Яңауыл райондары тамамлай. Бында әле ураҡ эштәре тулыһынса тиерлек атҡарылған.
Республикала бер нисә йыл рәттән “Баҫыу көнө” семинар-кәңәшмәләре үтә. Унда ауыл хужалығы предприятиелары агрономдары, ғалимдар, хакимиәт башлыҡтары, фән әһелдәре, республикала эшләгән федераль ойошмалар вәкилдәре йыйыла һәм һәр төбәккә ауыл хужалығы культураларын үҫтереү йәһәтенән үҙенә генә хас үҙенсәлектәр, ашлыҡ сорттары, сәсеү һәм уңыш йыйыу ваҡыты тураһында тәжрибә уртаҡлашалар. Ойоштороусылар һәм ҡатнашыусылар, “Баҫыу көнө”н зоналарға бүлеп үткәреү уның һөҙөмтәлелеген арттыра, тигән фекерҙә. Был семинарҙарҙа ауыл хужалығы өлкәһендә эшләгән белгестәр көнүҙәк мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшә, уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләй.
Тап ошо семинарҙар бөгөн һөҙөмтә бирә лә инде. Ҡайһы ғына хужалыҡҡа барма – агрономдар орлоҡтоң сифаты һәм районлаштырылған сорттар менән эш итеүҙәре тураһында һөйләй. Ысынлап та, бер баҫыуға килешкән сорттың икенсеһенә бөтөнләй тап килмәүе ихтимал. Был йәһәттән уңһаң, тимәк, уңыш та юғарыраҡ буласаҡ.
Пандемия осоро Рәсәйҙең күпселек төбәктәренә һынау булды, тип әйтеп үткәйнек инде. Йылдың уңышлы килеүе ауыл хужалығы тармағына киләсәккә тағы ла ышаныслыраҡ ҡарарға мөмкинлек бирҙе. Әле республикала алты меңдән ашыу крәҫтиән (фермер) хужалығы, 650 меңдән ашыу шәхси хужалыҡ иҫәпләнә. Улар етештергән аҙыҡтың 630 мең тоннаһы үҙҙәренең ихтыяжына тотонола, 35-е сауҙаға сығарыла. Ауыл хужалығындағы яңы һөҙөмтәле аҙымдарҙың береһе – ҡулланыусылар кооперативының һаны өс тапҡырға артты һәм әлеге мәлдә өс йөҙҙән ашты. Дөйөм пайсылар һаны ун меңдән ашыу кеше булып киткән. Үҫеш стратегияһына ярашлы, 2024 йылға был һан ике тапҡырға артырға тейеш һәм кооперативтар һаны 500-гә етәсәк. Хөкүмәт тарафынан уларға һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә. 2021 йылға тиклем бюджеттан 818,4 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған.
Ауыл хужалығының үҫеше – башлыса ауылда йәшәгән халыҡтың тотороҡлолоғона, йәшәү кимәленә туранан-тура бәйле, сөнки республика халҡының 40 проценты ауылда йәшәй һәм эшләй. Бөтә Башҡортостан халҡының мул тормошо иһә ауыл уңғандарының һөҙөмтәле эшенә бәйле.