Сибайҙа яңы ҡаҙанлыҡ төҙөү мәсьәләһе күптән күтәрелгәйне. Тәү сиратта тиҙҙән сафҡа инәсәк өр-яңы концерт-театр берекмәһе (филармония) бинаһын йылылыҡ менән тәьмин итеү өсөн яңы ҡаҙанлыҡ кәрәк ине. Шулай уҡ яҡын йылдарҙа был биләмәлә барлыҡҡа киләсәк Көрәш клубын һәм Урал аръяғының "Киләсәк фабрикаһы" бизнес үҙәген дә йылылыҡ менән тәьмин итеү бурысы тора.
Республика Башлығы Радий Хәбиров май айында эш сәфәре менән Сибай ҡалаһында булғанда Сибай филармонияһы янындағы төҙөлөш майҙаны биләмәһендә блоклы-модулле объект төҙөү башланғысын хупланы.
Республика көнө алдынан тышҡы инженерлыҡ селтәрҙәре менән сәғәтенә 5МВт ҡеүәтле яңы модулле газ ҡаҙанлығы эш башланы. Яңы ҡаҙанлыҡ яңы асыласаҡ филармония бинаһын ғына түгел, шулай уҡ башҡа социаль объекттарҙы - Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбен, 14-се мәктәпте һәм "Труд" стадионын да йылы менән тәьмин итәсәк.
Яңы ҡаҙанлыҡ заман талаптарына ярашлы йыһазландырылған: унда өс тармаҡлы аэродинамик схемалы һыу йылытыу ҡаҙандары урынлаштырылған.
Фото: Сибай ҡала хакимиәте сайтынан.