Башҡортостан 2020 йыл аҙағына Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проектына йәлеп ителгән предприятиелар һаны буйынса биш йыллыҡ федераль планды 50 процентҡа үтәргә ниәтләй. Был турала республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов белдерҙе.
“Иҡтисадтағы һөҙөмтәлелектең төп күрһәткесен тәшкил иткән хеҙмәт етештереүсәнлеге буйынса йыл аҙағына милли проектта ҡатнашҡан предприятиелар һаны буйынса биш йыллыҡ планды яртылаш үтәүҙе күҙаллай”, – тип билдәләне ул. Министр әйтеүенсә, федераль үҙәк менән быйылға төҙөлгән килешеүҙә теркәлгәнсә, әле план 110 процентҡа үтәлгән. Һөҙөмтәләрҙе нығытыу өсөн ведомство, төбәк практикаларын иҫәпкә алып, етештереүҙең һөҙөмтәлелеген арттырыу йәһәтенән өҫтәмә сараларҙы тормошҡа ашыра, технологик линиялар ҡорамалдарын яңыртыуға сығымдың бер өлөшөн субсидиялай, лизинг алымдарын ҡулайлаштыра.