Иҡтисад
16 Октябрь 2020, 08:08

Һынауҙар сыныҡтыра ғына

Крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Альберт Флют улы Рамаҙанов беҙҙе төҙөлөш барған ферма эргәһендә ҡаршы алды. Заманса бина 200 баш һыйыр малы тоторлоҡ итеп эшләнә. Октябрь-ноябрь айҙарында эш тамамланып, һыйырҙар ҡышты йылы һәм уңайлы фермала сығасаҡ.

Крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Альберт Флют улы Рамаҙанов беҙҙе төҙөлөш барған ферма эргәһендә ҡаршы алды. Заманса бина 200 баш һыйыр малы тоторлоҡ итеп эшләнә. Октябрь-ноябрь айҙарында эш тамамланып, һыйырҙар ҡышты йылы һәм уңайлы фермала сығасаҡ.


Альберт Флют улы беҙгә хужалығын күрһәткәндә, мал тураһында әйтеп аңлата алмаҫлыҡ кинәнес менән һөйләй. Айырыуса йәш быҙауҙар эргәһендә һиҙелә был. Әле хужалыҡта бер айлыҡ малҡайҙар һаны 60-тан ашҡан. Яҙға быҙауҙарҙы йөҙгә еткерергә ниәтләйҙәр. Хужа артабан да “ҡара-сыбар” тоҡомло һыйыр малын үрсетергә иҫәп тота.


Көн һайын бер тонна һөттө Илеш һөт заводына эшкәртеүгә оҙаталар. Һауынсылар Гүзәл Сәлимова, Гөлсәсәк Хафизова, Рита Абдуллинаның эшенән ҡәнәғәт Альберт Флют улы. Һөттөң ҡалғанын йәш быҙауҙарға эсерәләр. Малды иһә электр көтөүсе ярҙамында Альберт Кәримов ҡарай, быҙауҙарҙы ла күҙ уңынан ысҡындырмай ул.


Мал аҙығы әҙерләү өсөн хужалыҡта үҫемлекселек менән шөғөлләнәләр. 2200 гектар майҙанда ужым бойҙайы, арыш һәм арпа сәселә. Быйыл уңыштың уртаса күрһәткесе гектарынан 26,6 центнер булған.


– Механизаторҙарҙан уңдым. Нәфис Миңлекәев, Заһир Рамаҙанов, Данил Әхмәтйәнов хужалыҡта оҙаҡ йылдар эшләй. Ауылда тырышып донъя көтәләр. Техника менән тәьмин ителгәнбеҙ. Өс “Дон-1500” һәм бер “Нива” комбайны бар. Уңышты ваҡытында һәм юғалтыуһыҙ йыйып алырға етә. Баҫыуҙан уңышты ике “ЗиЛ” машинаһы ташый. Өс келәтебеҙ бар, – тип һөйләй хужа.


Альберт Рамаҙанов крәҫтиән (фермер) хужалығын 2003 йылда булдырған. Тәүҙә ул сусҡасылыҡ менән шөғөлләнә. Яйлап мал һанын 300-гә еткерә. Сусҡа итенән ярымфабрикаттар эшләп һатыу менән дә шөғөлләнәләр, ныҡлы фермалар ҙа һалалар. Әммә сиктәш республикаларҙа ошо мал араһында йыш таралған сирҙәр тотош фермаларҙы ҡыра башлағас, хәүефһеҙлек сараларын үтәү кәрәклеген иҫәпкә алып, Альберт Флют улы сусҡасылыҡ менән шөғөлләнеүҙән туҡтай.


Кемдер берәү ҡул ҡаушырып, башҡа ғүмерҙә лә был эшкә тотонмаҫ булып ваз кисер ине. Беҙҙең бөгөнгө герой ундайҙарҙан түгел. Ауырлыҡтар уны сыныҡтыра ғына. Хәҙер ул һыйыр малы үрсетә.



Илеш районы,

Теләпән ауылы.
Читайте нас