Иҡтисад
17 Октябрь 2020, 08:30

Өфө юлдары таҡыр...

Баш ҡалала бер юлы 57 юл участкаһында ремонт эшләнә

Быйыл баш ҡалала юл ремонтына айырыуса ҙур иғтибар бирелде. Әлеге ваҡытта күп урындарҙа эштәр тамамланыу өҫтөндә. Шул иҫәптән Дим районындағы төп юлдарҙың береһе – Правда урамында ла ремонтты бөтөп киләләр. Бөгөнгә ҡарата эштәрҙең 90 проценты башҡарылған, бында ни бары юл ситтәрен һәм “кеҫәләрҙе” асфальтларға ғына ҡалған.
Үҙәк урамынан Новороссийская урамына тиклемге участкалағы юл эштәре 15 сентябрҙә башланғайны. Бер ай эсендә юлсылар бик ҙур күләмдә эш башҡарған: иҫке асфальт ҡырып алынған, 1,6 километр оҙонлоғондағы яңы япма түшәлгән, бордюрҙар алмаштырылған, йәйәүлеләр тротуарҙары ремонтланған, техник һыҙаттарҙы төҙөкләндереү дауам итә. Шулай уҡ горизонталь юл разметкаһы һыҙыу эше тамамланып килә.
Төҙөүсе ойошма вәкилдәре белдереүенсә, ремонт эштәре барышында улар күп тапҡырҙар юл буйында ҡалдырып киткән автомобилдәргә тап булған. Улар асфальт һалыуҙа ҙур ҡамасау тыуҙыра.
– Был объектта “кеҫәләр” бик күп, шулай уҡ поликлиника, дауахана, туҡталыштар бар. Кешеләр машинаһын ҡалдырып китә, күптәренең шылтыратырға телефондары ла юҡ. Сигнализация ла бөтәһендә лә булмай сыға. Был йәһәттән ауырлыҡтар булды, – ти участка начальнигы Алексей Галанов.
Шулай уҡ уның белдереүенсә, бөтә эштәр ҙә юл етештереүе ГОСТтарына ярашлы алып барылған. “Асфальт буйынса беҙҙә тигеҙләү 3-тән 4 сантиметрға тиклем, ә япма - 5 сантиметр. Техник һыҙаттар һәм тротуарҙарҙа һәр береһе дүртәр сантиметрлыҡ ике ҡатлы япма түшәлә”, – ти ул.
Өфөлә юлдарҙы ремонтлау ике программа буйынса алып барыла: “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты һәм Башҡортостан Республикаһының автомобиль юлдарын тәртиптә тотоу, ремонтлау, төҙөү һәм реконструкциялау буйынса территориаль заказы буйынса.
Ҡала хакимиәте матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, төҙөкләндереү миҙгеле һуңында Өфөлә ремонтланған 57 юл участкаһы аласаҡ. Уларҙың 22-һе - милли проект, 35 участка республиканың территориаль заказы буйынса эшләнә. Октябрь аҙағына тиклем эштәр тамамланырға тейеш.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.
Читайте нас