Иҡтисад
19 Октябрь 2020, 14:30

Һаҡлыҡ банкы һаҡсыллыҡҡа өйрәтә

Төбәк предприятиеларында заманса етештереү мәҙәниәте булдырыу өлкәһендә хеҙмәттәшлек бара.

Башҡортостан иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов Һаҡлыҡ банкы вәкилдәре менән республикала Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проекты сараларын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе.
Мәғлүм булыуынса, әле Һаҡлыҡ банкы һаҡсыл етештереү алымдарын ғәмәлгә индереү кимәле буйынса алдынғы компаниялар иҫәбенә инә. Республика Хөкүмәте менән “Рәсәй Һаҡлыҡ банкы” йәмғиәте араһындағы килешеүгә ярашлы, төбәк предприятиеларында етештереү, логистика, техник процестарҙы ҡулайлаштырыу, заманса етештереү мәҙәниәте булдырыу өлкәһендә хеҙмәттәшлек бара.
Осрашыуҙа банктың партнер компания һәм эксперт сифатында Өфө ҡалаһы Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең Орджоникидзе районы филиалында административ ғәмәлдәрҙе ҡулайлаштырғанда һаҡсыл етештереү алымдарын ғәмәлгә индереүҙә ҡатнашыуы, шулай уҡ Сәнәғәтте үҫтереү фондынан ташламалы заем алыу өсөн банк гарантияһы буйынса махсус шарттар тәҡдим итеүе буйынса фекер алыштылар.
Фото: economy-new.bashkortostan.ru
Читайте нас