Иҡтисад
19 Октябрь 2020, 14:40

Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт!

Уңыш дүрт миллион тоннанан ашты.

Быйылғы күп йәһәттән ҡатмарлы йылда ауыл хужалығы тармағы ҡыуандыра. 2020 йылда республиканың ауыл хужалығы предприятиелары дүрт миллион тоннанан ашыу ашлыҡ һуҡҡан. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡотостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.
– Беҙ ауыл кешеләрен был мөһим ваҡиға менән ҡотлайбыҙ. Һуңғы ун йыл эсендә ни бары ике тапҡыр ғына уңышты дүрт миллион тоннанан арттыра алдыҡ. Бындай уңыш бөтә республика эшсәндәре ярҙамында мөмкин булды, – тине ул.
Фото: Башинформ.
Читайте нас