Бишбүләк районы фермерҙары бағыр үрсетеүҙә маҡсаттарына иреште тиергә була. Бер хужалыҡта уны сәнәғәт кимәлендә етештерһәләр, икенсеһендә туризмды үҫтереү йәһәтенән уңышҡа өлгәәшкәндәр. Тик эшҡыуарҙар бер-береһенә конкурент түгел, һәр береһенең үҙ юлы, үҙ маҡсаты.
Әлегә табыштың ҙур өлөшө хужалыҡты яңыртыуға китә. Крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Сергей Трофимов әйтеүенсә, өс килограмм ауырлығындағы бағыр үҫтереү өсөн яҡынса өс йыл дауамында тырышлыҡ һалырға кәрәк. Эшмәкәрлектеңң тәүге йылдары ҙур сығым талап итә. Ҡорамалдар һатып алыуға, яһалма һыу ятҡылыҡтары булдырыуға, селбәрәләр килтереүгә финанс кәрәк. Көн һайын балыҡтарҙы ашатыу өсөн 150 килограмға яҡын аҙыҡ тотонола. ”Бағыр өсөн протеинлы һәм майлы матдәләргә бай махсус аҙыҡ кәрәк,” - ти хужалыҡ етәксеһе.
Селбәрәләр тормошо инкубация цехында башлана. Махсус улаҡтарҙы бизнесты үҫтереүгә алынған грант аҡсаһына 2016 йылда Германиянан килтергәндәр. Бағыр фермаһы бик уңайлы урында урынлашҡан. Бында яһалма каналдарҙы тулыландырған шишмә бар. Балыҡ йыл әйләнәһенә таҙа һыуҙа үҫә. “Бындай мөхиттә үрсетелгән бағыр ите тәмле”, - ти эшҡыуар. Быйыл тәжрибә рәүешендә сөгә (стерлядь) балығын үрсетә башлағандар. Ҡышты нисек үткәрә алыуына ҡарап, уны артабан үрсетеү мәсьәләһен хәл итергә уйлайҙар.
Бишбүләк эшҡыуарҙарының береһе Юрий Митрофанов үткән быуаттың 90-сы йылдарында уҡ фермерлыҡҡа тотона. 2007 йылда бағыр үрсетә башлай. Тәүҙә тыуған ауылы Сиҙәкбашта быуа яһай. Аҙаҡ был эше ғаилә бизнесына әүерелә. Митрофановтарҙың бағыр фермаһын Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә яҡшы беләләр. Быйыл уларҙа дүрт меңдән ашыу туристың булып китеүе шуға асыҡ миҫал.
- Проекттың үҙенсәлекле булыуын белһәк тә, бындай билдәлелек яуларын, туристар ағылырын беҙ ҙә көтмәгәйнек, - ти район хакимиәте башлығының инвестиция сәйәсәте һәм эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса урынбаҫары Айрат Моратшин. - Район хакимиәте башлығы проектты киңәйтеүгә, эске туризмды үҫтереүгә федераль субсидия алыуҙа ярҙам итергә ҡушты. Ростуризмға ғариза һәм документтар әҙерләп ебәрҙек тә инде.
Финанс ярҙамы күрһәтелгәндә, Митрофановтар ҡунаҡтар өсөн уңайлы йорттар, мунса төҙөргә уйлай. Туристарҙы йөрөтөү өсөн автомобиль, ҡаргиҙәр алырға ла ниәттәре бар. Фермаға килгән ҡунаҡтар йыл башынан өс тонна балыҡ тотҡан. Балыҡ ҡармаҡлаусылар араһында рекорд ҡуйыусылар ҙа бар. Яңыраҡ ял итергә килгән берәү биш килограмлыҡ бағырҙы саҡ һөйрәп сығарған!
Эшҡыуарҙарҙың бизнесы йыл әйләнәһенә дауам итә, сөнки һыу ятҡылығы туңмай, ял итергә теләүселәр һаны кәмемәй. Яратҡан эштәре Митрофановтарҙы һис ялҡытмай.