Иҡтисад
19 Октябрь 2020, 12:30

Өфөлә – трамвай юлы, Пятилеткала – күпер...

Андрей Назаров аҙна аҙағына тиклем эште тотҡарлаған подрядсылар менән мәсьәләне хәл итергә ҡушты.

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров дөйөм файҙаланыуҙағы автомобиль юлдарында һәм республика район, ҡалаларындағы ихата биләмәләрендә соҡорҙарҙы ямау барышында тыуған проблемаларҙы хәл итеү буйынса сираттағы кәңәшмә үткәрҙе.
Транспорт һәм юл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Виктор Жульков әйтеүенсә, 16 октябргә юл инфраструктураһы өлкәһендәге эштәргә контроль һәм уларҙы планлаштырыу системаһында 238717 етешһеҙлек теркәлгән, шуның 218346-һы (91 проценты) төҙәтелгән. Төҙөлөш миҙгеле 15 ноябрҙә тамамлана. Эште тулыһынса тамамлау өсөн юлда йәнә 20 мең соҡорҙо ямау бурысы тора.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Николай Ельников ихаталарҙы төҙөкләндереү тураһында һөйләне. Әле Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ ҡалалары, Туймазы, Өфө, Шишмә райондары был эште тамамламаған.
Кәңәшмәлә шулай уҡ территориаль заказ аҡсаһын үҙләштереү кимәлен тикшерҙеләр. Андрей Назаров видеоконференцэлемтә тәртибендә ошо күрһәткес буйынса артта ҡалған муниципалитет башлыҡтары менән аралашты һәм аҙна аҙағына тиклем эште тотҡарлаған подрядсылар менән мәсьәләне хәл итергә ҡушты.
Сарала граждандарҙың юлдарға ҡағылышлы мөрәжәғәттәренә анализ яһалды. Атап әйткәндә, Иглин районының Пятилетка ауылындағы күпер төҙөлөшө мәсьәләһе күтәрелде. Шулай уҡ Өфөнөң Менделеев урамындағы трамвай юлын ремонтлау, ҙур йөк машиналары боҙған Благовещен – Павловка юлы торошо буйынса фекер алыштылар.
Фото: pravitelstvorb.ru
Читайте нас