Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Төҙөлөш һәм транспорт сәғәте” форматында сираттағы тематик онлайн-кәңәшмә үткәрҙе. Унда һүҙ Өфө пассажирҙар транспортын яңыртыу хаҡында барҙы.
Республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры урынбаҫары Лилиә Монасипованың хәбәр итеүенсә, Рәсәйҙең Транспорт министрлығы ВЭБ.РФ дәүләт корпорацияһы менән берлектә илдең ҡала агломерациялары өсөн пассажирҙар транспортын яңыртыу йәһәтенән комплекслы программа эшләгән. Тармаҡта яңы идара итеү моделен булдырыу, техника паркын замансалаштырыу аша пассажирҙар оптималь маршрут селтәре, уңайлы юл хаҡы, хәүефһеҙ хәрәкәт менән тәьмин ителәсәк.
Проекттың беренсе этабы 2024 йылға тиклем барасаҡ. 2021 йылдың 1 февраленән ҡалаларҙан ғаризалар ҡабул ителә башлаясаҡ. Финанслау ил һәм төбәк ҡаҙналарынан, шулай уҡ бюджетҡа ҡарамаған сығанаҡтарҙан булыр тип көтөлә.
Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Ринат Бәширов һүҙҙәренсә, транспорт реформаһы башланғандан алып иҫке техниканың күп өлөшө яңыға алмаштырылған, Өфөлә автобус паркы оптималләштерелгән. Шул иҫәптән быйыл дөйөм суммаһы 1,3 миллиард һумлыҡ 245 автобус һатып алынған. Былтыр республиканың төп пассажирҙар ташыусыһы – “Башавтотранс” компанияһы – автопаркы 1,6 миллиард һумдан ашыулыҡ бәләкәй, урта һәм ҙур класлы 478 автобус менән тулыландырылған.
"Банктар менән лизингка тағы урта класлы машиналар партияһы һатып алыу буйынса һөйләшеүҙәр бара. Был эш составты аҙағынаса яңыртыу, пассажирҙар хәрәкәте уңайлылығын күтәреү мөмкинлеге бирәсәк", – тине Ринат Бәширов.
Башҡортостан Башлығы Өфөлә ҡала транспорты инфраструктураһын яңыртыу буйынса етди эш алып барылғанлығын билдәләп, республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығына тәҡдим ителгән финанс-иҡтисади моделдең һөҙөмтәлелеген анализларға ҡушты.
– Тармаҡ эшендә өлгәшкән айырым уңыштарыбыҙ бар. Был – автобустар һатып алыу, “Алға” транспорт картаһын сафҡа индереү, халыҡты хеҙмәтләндереү тәртибен һәм стандарттарын формалаштырыу, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Ошо өҫтөнлөктәрҙе файҙаланып, үҙ көсөбөҙ менән уңышҡа өлгәшә алабыҙ.
Бынан тыш, төбәк етәксеһе республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығына 2020 йылда урындағы юл селтәрен төҙөү, үҙгәртеп ҡороу, ремонтлау буйынса төп һөҙөмтәләрҙе әҙерләргә һәм күрһәтергә ҡушты.