Иҡтисад
19 Октябрь 2020, 18:00

"Тармаҡ өсөн ғорурлыҡ кисерәбеҙ"

Бөгөнгө оператив кәңәшмәлә сәнәғәт тармағының быйылғы туғыҙ айлыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығына төбәк иҡтисадын диверсификацияға йүнәлдерергә һәм горизонталь бәйләнештәрҙе үҫтерергә ҡушты. Был турала ул бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Сарала тармаҡтың быйылғы туғыҙ айлыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды.
Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев белдереүенсә, Башҡортостан сәнәғәтендәге 29 секторҙың 14-е етештереү күләме йәһәтенән үҫеш күрһәткән. Улар араһында – автомобиль транспорты һәм дарыу препараттары етештереү, химия тауарҙары, электр ҡорамалдары, пластмасса әйберҙәр, кейем-һалым, аҙыҡ-түлек һәм эсемлектәр. Йыл аҙағына тиклем сәнәғәт үҫеше индексын 100,1 процентҡа еткерергә планлаштырылған.
Төбәктең өҫтөнлөклө инвестиция проекттары араһында 41-е сәнәғәт тармағында тормошҡа ашырыла. Дөйөм инвестиция күләме 215 миллиард һумдан ашыу. Быйыл “Инвестиция сәғәте” ултырыштарында 21 тармаҡ проекты ҡаралған, уларҙың дөйөм хаҡы 11,4 миллиард һум тәшкил иткән, яңы 1900 эш урыны булдырылған.
Оборона-сәнәғәт комплексы заводтары ла ярайһы һөҙөмтәләргә өлгәшкән. Улар алдына гражданлыҡ һәм ике төрлө йүнәлешле тауарҙар иҫәбен 30 процентҡа арттырыу бурысы ҡуйылғайны. Сағыу миҫал - Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең “Газпром” төркөмө предприятиеларында АЛ-41СТ-25 сәнәғәт двигателен ҡулланыу проекты. Уның дөйөм финанслау күләме биш миллиард һумдан ашыу.
“Ростех” дәүләт корпорацияһының УАПО, УППО, “Гидравлика” предприятиеларын яңыртыу дауам итә. Быйыл дөйөм инвестициялар күләме дүрт миллиард һум тәшкил иткән. Министр “Ростех”тың Күмертау авиазаводы менән берлектәге дөйөм проекттары барлығын да билдәләне. Әгәр былтыр уларҙың етештереү күләме күрһәткесе 4,4 миллиард һум булһа, быйыл йыл аҙағына был һанды 7,2 миллиард һумға еткерергә планлаштырыла, ә 2021 йылға – 10,1 миллиард һумға тиклем. Александр Шельдяев шулай уҡ “Газпром нефтехим Салауат”, “Башнефть” һәм башҡа предприятиеларҙың уңыштары тураһында һөйләне.
Министр белдереүенсә, ғинуар - сентябрь айында сәнәғәт етештереүе индексы 96,5 процент тәшкил иткән. Күренеүенсә, күрһәткестәр кәмегән. Быға коронавирус пандемияһы ғына түгел, ОПЕК илдәренең нефть табыу күләмен кәметеү тураһындағы килешеүе лә йоғонто яһаған. Башҡортостанда нефть һәм газ сығарыу күләме былтырғы ошо ваҡыт менән сағыштырғанда ике тапҡырға кәмегән.
Ауырлыҡтарға ҡарамай, республикала өҫтәмә “үҫеш нөктәләре” булдырыу дауам итә. Улар иҫәбендә – преференция зоналары. Әле Башҡортостанда ун индустрия паркы, биш технопарк бар, уларҙа 4,2 мең эш урыны булдырылған. Ошо проекттарға дөйөм инвестициялар күләме 44 миллиард һумдан ашҡан. “Алға” махсус иҡтисади зонаһы резиденттары тағы 26 миллиард һум аҡса һалырға йыйына. Һөҙөмтәлә яңы 2,3 мең эш урыны булдырыласаҡ.
Республика сәнәғәтен үҫтереү фонды ла инвестиция климатын яҡшыртыуға ҙур өлөш индергән. “Сәнәғәт сәғәте” ултырыштарын үткәреү эшкә өҫтәмә этәргес биргән.
Радий Хәбиров төбәк предприятиелары етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәренә, сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығына, Республика сәнәғәтте үҫтереү фондына әүҙем эшмәкәрлектәре өсөн рәхмәт әйтте. Башҡортостан Башлығы белдереүенсә, нефть тармағына бәйлелекте кәметеү өсөн тармаҡ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү, тауарҙарға эске ихтыяжды арттырыу мөһим.
– Бик мөһим эш башҡарылды. Ауыр хәлгә ҡарамай, тотороҡло үҫешкән сәнәғәтебеҙ өсөн ғорурлыҡ хисе кисерәбеҙ. Беҙ махсус иҡтисади зона, социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләре булдырҙыҡ, даими рәүештә “Сәнәғәт сәғәте” ултырыштары үткәрәбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Республика сәнәғәте тауарҙарын эске баҙарҙа һатыу менән даими шөғөлләнәбеҙ. Шуға күрә тармаҡты диверсификациялау буйынса эште дауам итәбеҙ, горизонталь бәйләнеште үҫтереү кәрәк. Сәнәғәт патриотизмы булдырыу зарур. Был - ойоштороу йәһәтенән мөһим бурыс.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас