Инорс биҫтәһендә яңы юл төҙөлөүе тураһында хәбәр иткәйнек. Ул Валерий Лесунов урамы һәм Баландин бульвары дауамы булараҡ һалына. Быйыл 1 декабргә тиклем асыласаҡ. Был турала Өфө ҡалаһы хакимиәте матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.
Ҙур проект “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты нигеҙендә тормошҡа ашырылды. Объекттың дөйөм оҙонлоғо 1,2 километр тәшкил итә.
“Башкиравтодор” юл төҙөлөшө һәм ремонты идаралығының Лебяжий филиалы етәксеһе Арсений Филиппов белдереүенсә, эштәр планға ярашлы бара.
Инорстағы яңы юл дүрт һыҙатлы буласаҡ. Тротуарҙың киңлеге бер яҡтан – биш, икенсе яҡтан – өс метр. Велосипедсылар өсөн юлдар ҙа эшләнгән.
“Юл ситтәрендә газондар яһаласаҡ, йәйәүлеләр юлдары барлыҡҡа киләсәк. Шулай уҡ транспорт өсөн туҡталыш һәм светофорҙар ҡуйыласаҡ”, – тиҙәр ҡала хакимиәтендә.
Быйыл Башҡортостанда йыл аҙағына тиклем милли проектҡа ярашлы 300 километр юл ремонтланасаҡ. Бының өсөн ете миллиард һум аҡса бүленгән. Ошо сумманың өс миллиард һумы Өфөгә бирелгән. Быйыл ремонт эштәрен 22 урамда үткәреү ҡаралды, уларҙың дөйөм оҙонлоғо 20,85 километр тәшкил итте. Әле эштәр тулыһынса тамамланған.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.