Иҡтисад
20 Октябрь 2020, 13:19

Баймаҡ яңы үҫеш кисерә

Иң мөһиме – халыҡты борсоған мәсьәләләр хәл ителә.

Баймаҡ – республиканың иң ҙур һәм ҡеүәтле райондарының береһе. Тәбиғәтенең матурлығы, халҡының эшсәнлеге, талантлы, дәртле булыуы һәм, иң мөһиме, ерендә аҫаба башҡорттарҙың күпләп йәшәүе менән айырылып тора. Билдәле яҡташтары менән дә хаҡлы ғорурлана баймаҡтар.


Һуңғы осорҙа район һәм ҡаланы төҙөкләндереү йылдам үҫешә, үҙенсәлекле проекттар тормошҡа ашырыла. Бөгөн ауыл хужалығы, төҙөлөш, социаль хеҙмәтләндереү өлкәләрендә ниндәй эштәр күҙаллана? Уңыштарының сере ниҙә? Хәл итәһе ниндәй мәсьәләләр бар? Ошо һәм башҡа һорауҙар менән беҙ район хакимиәте башлығы Фәнис ӘМИНЕВКӘ мөрәжәғәт иттек.
– Фәнис Ғәбдрәшит улы, Баймаҡ районы аграр төбәк булғас, һүҙҙе ауыл хужалығы тармағынан башлайыҡ. Һауа шарттары йәнә ҡыуандырманы, игенсегә ҙур һынауҙар ҡуйҙы. Агросәнәғәт комплексының хәлен нисек баһалайһығыҙ?

– Тәбиғәттең ҡырыҫ шарттарына күптән күнеккәнбеҙ инде. Әлбиттә, ҡояш ваҡытында ҡыҙҙырып, ямғыр мәлендә яуып торһа, ауыл эшсәндәре өсөн күпкә яҡшыраҡ булыр ине лә... Юҡ шул: сыҙамлы игенсе һынауҙан арына алмай, ләкин бирешмәйҙәр. Район аграрийҙары быйыл 58 мең тонна иген йыйып алды.
Ғөмүмән, һауа шарттарына һылтанып, ҡул ҡаушырып ултырып булмай. Был – беҙҙең тыуған ер. Ошонда йәшәргә, эшләргә бурыслыбыҙ. Тәбиғәттең ҡырыҫлығына яраҡлашырға, иген үҫтереү алымдарын өйрәнергә тейешбеҙ.
Шуныһы ҡыуаныслы: районда крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары йылдан-йыл арта. Әле улар – 316, ауыл хужалығы предприятиелары – 17. Барыһында ла заманса эш алымдары даими өйрәнелеп, тормошҡа ашырыла. Малсылыҡ, йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеүселәрҙең артыуы ҡыуаныслы. Ошо көндәрҙә генә өс йәш эшҡыуар дәүләт ярҙамы алды.
“Эш башлаусы фермер” программаһы буйынса Баймырҙа ауылынан Дим Солтанов, Күгиҙелдән Ғәзиз Фәттәхов һәм Баймаҡтан Гүзәл Йәсәүиева малсылыҡ йүнәлешендә грант яуланы. Әйткәндәй, 2012–2020 йылдарҙа район буйынса бөтәһе 84 фермерға төрлө проекттар буйынса грант бирелгән, яҡынса 217 миллион 500 мең һум дәүләт ярҙамы күрһәтелгән. Шуны ла билдәләп үтер инем: Баймаҡ районы – республикала фермер хужалыҡтарын һәм кооперация йүнәлешен үҫтереү, дәүләт ярҙамы күрһәтеү буйынса беренсе урында.


– Коронавирус пандемияһы аҡ халатлылар алдына ҙур һынау ҡуйҙы. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә килгәндә...

– Бар донъяға таралған мәкерле сир беҙҙең төбәкте лә урап үтмәне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ковид сире менән ауырыусылар булды, әммә алдан күрелгән һаҡланыу саралары сирҙе мөмкин тиклем таратмаҫҡа булышлыҡ итте. Был тәңгәлдә үҙебеҙҙең аҡ халатлыларға ҙур рәхмәт: улар, үҙ сәләмәтлеген шик аҫтына ҡуйып, ваҡыттары менән иҫәпләшмәйенсә, ҡулдарынан килгәндең барыһын да эшләне. Хатта мөмкин булмағанды ла башҡарҙы тиергә була. Медицина хеҙмәткәрҙәренең һәммәһенең дә Гиппократ антына тоғро ҡалыуы, бар ауырлыҡты еңеп сыға алыуына һоҡландыҡ, уларҙың хеҙмәте алдында баш эйәбеҙ.
Һуңғы йылдарҙа республика Хөкүмәте һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҙур иғтибар бүлә. Бигерәк тә “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә ғәйәт ҙур эш башҡарыла. Былтыр Семеновка, Ишбирҙе ауылдарында өр-яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары сафҡа инде, быйыл Түбәнге Иҙрис һәм Ярат ауылдарында яңы ФАП-тар төҙөлдө. Белеүегеҙсә, Ярат ауылындағы фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыу тантанаһында республика Башлығы Радий Хәбиров үҙе ҡатнашты.

Баймаҡ ҡалаһында балалар полик­линикаһын төҙөү буйынса проект-смета документтары Дәүләт экспертизаһын үтә. Барыһы ла уңышлы тамамланһа, яңы объектты төҙөү 2021-2022 йылдарға план­лаштырылған, ул көнөнә 300-гә яҡын йәш пациентты ҡабул итәсәк. Быйыл шулай уҡ Йәрмөхәмәт, Басай һәм Күгиҙел ауылдары халҡы ла яңы ФАП-лы буласаҡ.
Быйыл йәнә район үҙәк дауаханаһы өр-яңы медицина ҡоролмалары, “Ашығыс ярҙам” машиналары менән тулыланды. Аҡрынлап булһа ла, кадрҙар мәсьәләһе лә яйға һалына: быйыл районға ике йәш табип эшкә ҡайтты.
– Мәғариф, мәҙәниәт өлкәһендә хәл нисек?

– Район ҡаҙнаһындағы аҡсаның 60 проценттан ашыуы белем биреү тармағына йүнәлтелә. Әле район биләмәһендә 63 мәктәп, 12 мәктәпкәсә балаларҙы тәрбиәләү һәм дүрт өҫтәмә белем биреү учреждениеһы эшләй. 8 мең 293 бала белем ала, 3 мең 391 кескәй балалар баҡсаһына йөрөй, 850 ҡыҙ һәм малай быйыл тәүге тапҡыр партаға ултырҙы. Яңы уҡыу йылынан 54 мәктәп юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырылды, ҡалған туғыҙ башланғыс мәктәпкә киләһе йылға тиклем үткәреләсәк.
Ниһайәт, күптән көткән Иҫке Сибай ауылында өр-яңы мәктәп төҙөлә башланы. Ауылда заман талаптарына яуап биргән, бар уңайлыҡтары булған 375 урынлыҡ белем усағы сафҡа инәсәк. “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә “Һанлы белем биреү мөхите”, “Инклюзив белем биреү”, “Сәләмәт йылмайыу” модуле нигеҙендә эштәр маҡсатҡа ярашлы тормошҡа ашырыла.
Мәҙәни тормошҡа килгәндә, баймаҡтарҙың йыр-моңға, бейеүгә маһир, сәнғәткә ғашиҡ икәнлеген әйтеп торорға ла кәрәкмәйҙер. Баймаҡтарҙың дәртле һәм талантлы икәнлеген бар Башҡортостан белә. Тап беҙҙең башланғыс менән күп кенә республика күләмендәге ярыштарға нигеҙ һалына, төрлө бәйге-конкурстар ойошторола. Хәҙер инде йыл һайын Өфөлә “Беҙ баймаҡтар бит әле!” тип аталған концерт ҙур аншлаг менән үтә, унда ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙҙың иҫәбе-һаны юҡ. “Мин тормошто яратам!” республика фестивалендә Баймаҡ ҡалаһының ижади коллективы Гран-при яуланы.
Яңыраҡ район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге автоклуб менән тулыланды. Хәҙер райондың иң төпкөл ауылдарында ла мәҙәни саралар үтәсәк.


– Һуңғы йылдарҙа баймаҡтар төрлө программаларҙа әүҙем ҡатнаша.

– Тап шулай. Күптән түгел һөйөнөслө яңылыҡ алдыҡ – Баймаҡ ҡала хакимиәте “Баймаҡ. Яңырыу еле” проекты менән Бөтә Рәсәй “Уңайлы ҡала мөхите” конкурсында еңеп сыҡты. Унда ҡаралған барлыҡ эштәр киләһе йылда башланасаҡ. Был маҡсатҡа районға 100 миллион һумға яҡын аҡса бүлеү ҡаралған.
“Башҡорт ихаталары” программалары буйынса эш тә бик уңышлы башланды. Быйыл программа нигеҙендә районда бөтәһе 17174,438 мең һумлыҡ эш атҡарыла. “Башҡорт ихаталары” күп ҡатлы йорттар янындағы ихаталарҙы тулыһынса төҙөкләндереүҙе үҙ эсенә ала. Унда йәшәүселәр өсөн хәҙерге заман талаптарына яуап биргән шарттар тыуҙырыла: балалар майҙансығы, машиналар ҡуйыу урыны, йәйәүлеләргә махсус тротуарҙар. Бындай мөмкинлектәрҙән файҙаланыу бәхете ҡаланың Әлибаев урамындағы 53А, 57-се һәм Юбилей урамындағы 3-сө йорттарында йәшәүселәргә эләкте. Шулай уҡ “Күп ҡатлы йорттарҙың подъездарын ремонтлау” программаһында күп ҡатлы биш йорттоң подъездары төҙөкләндереләсәк.
– Фәнис Ғәбдрәшит улы, “Экология” милли проекты сиктәрендә “Йәшел Башҡортостан” акцияһы башланды. Баймаҡтар ағас ултыртыуҙа ҡатнаштымы?

– Район биләмәһенең 158 мең 758 гектарын, йәғни 28,3 процентын урман фонды биләй. Ошо майҙанды һаҡлап ҡалыу, уларҙы яңыртыу, район биләмәһен йәшелләндереү маҡсатында йыл һайын ағас ултыртыу буйынса экологик өмәләрҙә әүҙем ҡатнашабыҙ. Үткән аҙнала “Йәшел Башҡортостан” акцияһына ҡушылып, 6100 төп ағас ултырттыҡ, экологик өмә бөтә ауылдарҙа ла дәррәү үтте. Шуны ла әйтергә кәрәк, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы “Экологик һабантуй” проекты менән Рәсәй Президенты грантын отто. Проектҡа ярашлы, райондың ун ауыл биләмәһендә Һаҡмар йылғаһы буйында 200-әр төп ҡайын һәм ҡарағай үҫентеләрен ултыртыу ҡаралған. Ултыртылған үҫентеләр кәртәләп алынасаҡ һәм “Ҡоролтай” аллеялары барлыҡҡа киләсәк.


– Ауылдар “Айыҡ ауыл” республика, “Сәләмәт ауыл” район конкурстарында ҡатнашырға йылдан-йыл ҙур теләк белдерә. Халыҡтың сәләмәт һәм айыҡ тормош алып барыуы, спортты пропагандалауы үҙе үк маҡтауға лайыҡ. Шулай ҙа был йәһәттән проблемалар ҙа барҙыр бит?

– Ысынлап та, республикала “Айыҡ ауыл” конкурсы ауыл халҡы араһында ҙур популярлыҡ яуланы. Унда ҡатнашырға теләк белдереүселәр быйыл бик күп, район этабында бөтәһе 89 ауыл ҡатнашырға теләк белдергән. Әле улар республика этабына сығыу өсөн бар яҡлап төрлө эш башҡара. Былтыр мәртәбәле конкурста Ишбирҙе ауыл биләмәһенә ҡараған Йылым ауылы еңеп сыҡты, улар үҙҙәрен лайыҡлы рәүештә республикала күрһәтеп, икенсе урынды яуланы. Әлбиттә, беҙ ауылда йәшәгән бар халыҡтың айыҡ тормош алып барыу мәсьәләһен тулыһынса хәл итә алмаясаҡбыҙ, әммә эскелекте кәметәбеҙ. Мәҫәлән, ауылда кемдең ялған араҡы һатҡанын, көмөшкә ҡыуғанын, рөхсәт ителмәгән спиртлы эсемлектәрҙе халыҡҡа таратҡанын ошо ауылда йәшәгән халыҡ барыһынан да яҡшыраҡ белә. Район үҙәгенән кемдер килеп штраф һалып ҡына кире күренештәрҙе туҡтата алмаясаҡ. Ә бына ауылдаштарының һүҙе, уларҙың ҡарары барыһына ла күпкә көслөрәк тәьҫир итә.

Һуңғы ваҡытта халыҡ үҙе лә айыҡ тормошта матур йәшәргә ынтыла, сәләмәт йәшәү рәүеше алып бара, спортты үҙ итә. Һәр башланғыстың дауамлы булыуы, уның тик еңеү өсөн генә үтмәүе мөһим. “Айыҡ ауыл”, “Сәләмәт ауыл” конкурстары ауыл ерендә йәшәгәндәрҙе бергә туплай, уларҙы берҙәм һәм сәмле итә. Иң лайыҡлы ауыл ошо күркәм исемде яулар, тигән ышаныста ҡалайыҡ.


– Белеүебеҙсә, күптән түгел республика Башлығы Радий Хәбиров Баймаҡ районында эш сәфәрендә булды, халыҡ менән осрашты. Ошо хаҡта ла бер нисә һүҙ әйтһәгеҙ ине?

– Радий Фәрит улының төбәккә эш сәфәренә килеүе үҙе үк район тормошона импульс бирә, яңы үҫешкә әйҙәй, күп мәсьәләләрҙе урында хәл итеүгә йоғонто яһай. Был юлы ла тап шулай булды. Йылдар буйы хәл ителмәгән бик күп проблемалар, ниһайәт, урынынан ҡуҙғалды тиергә мөмкин. Мәҫәлән, Темәс ауылында Һаҡмар, Шырҙы йылғалары аша һалынған күперҙәрҙең торошо ҡәнәғәтләнерлек түгел ине, әле уларҙы төҙөгән подрядсыға ҡарата дәғүә документтарын әҙерләү, Темәстә йөҙөү бассейны менән берлектә физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөү буйынса мәсьәлә ыңғай хәл ителде. Баймаҡ ҡалаһында Боҙ һарайы төҙөү, Ярат ауылына “зәңгәр ут” үткәреү, Күсей – Хәлил юлын төҙөкләндереү һәм башҡа бик күп мәсьәләләр буйынса фекер алыштыҡ. Иң мөһиме – район халҡын борсоған проб­лемалар аҡрынлап булһа ла тормошҡа аша. Халыҡ матур һәм етеш йәшәһен өсөн уңайлыҡтар булдырыу маҡсатында даими эш алып барыла.



– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт! Артабан да эшегеҙҙә уңыштар юлдаш булһын!
Читайте нас