Ҡасандыр гөрләп торған, аҙаҡ ябылып ҡуйған Семеновка руднигы бөгөн яңы һулыш кисерә. Төбәкте иҡтисади йәһәттән үҫтереү программаһына ярашлы, “Семеновка руднигы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Көнсығыш–Семеновка ятҡылығы үҙләштерелә һәм байыҡтырыу фабрикаһында эш бара. Рудникта ҡайтанан мәғдән сығарыла. Халыҡҡа ла хеҙмәт урындары булдырылған.
Предприятие, яңы ятҡылыҡтарҙы үҙләштереү менән бер рәттән, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында асылып, аҙаҡ ташланған Йолалы, Түбә Ҡайын ятҡылыҡтарын заманса технологиялар менән эшкәртергә йыйына. Был уға рентабелле эшләү мөмкинлеге бирәсәк. Төрлө һынауҙар һәм ҡаршылыҡтар аша үтеп, яңынан асылған сәнәғәт предприятиеһы киләсәктә тулы ҡеүәтенә эшләр, тигән ышаныста ҡалайыҡ.
Яңыраҡ эш башлауға ҡарамаҫтан, предприятие етәкселеге ауыл халҡына бағыусылыҡ ярҙамы ла күрһәтә. Мәҫәлән, Үрге Мәмбәт ауылы урамдарын яҡтыртыуға, ауыл янындағы ҡыйлыҡты рекультивациялау өсөн транспорт бүлеүгә, Монасип һәм Семеновка ауылдары халҡына бар яҡлап ярҙам күрһәтеүгә үҙ өлөшөн индерә.