Экспорт стандартын ғәмәлгә индереүгә арналған бөтә Рәсәй кәңәшмәһендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов белдереүенсә, быйыл республикалағы экспортлаусы предприятиеларҙың сығымын субсидиялау күләме 215 миллион һумға еткән.
Экспортлаусыларға ярҙам “Төбәк экспорт стандарты 2.0” программаһы нигеҙендә күрһәтелә. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты маҡсаттарына һәм бурыстарына тап килә. Программа экспорт күләмен арттырырға ниәтләгән төбәктәргә булышлыҡ итеүгә йүнәлтелә һәм биш блокты, 15 ярҙам алымын үҙ эсенә ала. Башҡортостан – был программаны ғәмәлгә индереү проектында ҡатнашҡан пилот төбәктәрҙең береһе.
Әле Башҡортостандың төп контрагенттары тиҫтәһенә Ҡытай, Латвия, Ҡаҙағстан, Беларусь, Мальта, Финляндия, Нидерландтар, Германия, Һиндостан һәм Үзбәкстан инә. Быйыл һигеҙ айҙа экспорт күләме 1,9235 миллиард АҠШ доллары тәшкил иткән.