Иҡтисад
21 Октябрь 2020, 20:00

IT-проекттар өсөн – субсидия

Уның хеҙмәткәрҙәргә хаҡ түләүгә, эш урындарын йыһазландырыуға бирелеүе ихтимал.

23 октябрҙә Өфөлә һанлы технологиялар өлкәһендә эшләгән ойошмалар өсөн түләүһеҙ белем биреү семинары уҙғарыла.
IT-проекттар өсөн төбәк акселераторы эксперттары Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы биргән субсидиялар тураһында һөйләйәсәк. Был субсидия ярҙамында юғары технологиялы сәнәғәт продукцияһын үҫтереү өсөн һанлы платформалар һәм программалар төҙөүгә сығымдың бер өлөшөн ҡаплау күҙаллана. Шул уҡ ваҡытта уның хеҙмәткәрҙәргә хаҡ түләүгә, эш урындарын йыһазландырыуға, ҡорамалдар, программа тәьминәтенә лицензиялар һатып алыуға бирелеүе ихтимал.
Онлайн-вебинарҙа ҡатнашыусылар шулай уҡ Рәсәй мәғлүмәт технологияларын үҫтереү фондының финанс ярҙамы программаһы менән дә ентекле танышасаҡ. Әле Фондтың гранттар конкурсында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә. Еңеүселәр һанлы ҡарарҙарын тормошҡа ашырыуға 300 миллион һумға тиклем грант аласаҡ.
Саралар ҡатнашыу өсөн алдан теркәлергә кәрәк.
IT-проекттар өсөн төбәк акселерацияһы программаһы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың күрһәтмәһенә ярашлы төҙөлгән “Һанлы иҡтисад” милли проекты нигеҙендә тормошҡа ашырыла.
Фото: bashinform.ru
Читайте нас