Иҡтисад
23 Октябрь 2020, 12:30

Бындай ҡорамалдар тотош илдә юҡ!

Белореттағы предприятиела Рәсәй өсөн бөтөнләй яңы конструктор-технологик эшләнмәләр файҙаланыласаҡ.

Коронавирус инфекцияһының тотош иҡтисадҡа тәьҫир итеүен һәр кем яҡшы аңлай. Шуға республика Хөкүмәте эшендәге төп йүнәлештәрҙең береһе - сәнәғәткә ярҙам итеү. Республика Башлығы Радий Хәбировтың һүҙҙәренә ҡарағанда, әлеге осор еңелдән түгел, әммә нимә генә булмаһын, иҡтисад эшләргә тейеш.
Башҡортостанда сәнәғәт эше һәм үҫеше өсөн ҡеүәт пандемияға тиклем үк булдырылғайны. Шулай итеп, һуңғы ваҡытта һөҙөмтәле үҫеш механизмдары булараҡ, айырым иҡтисади зоналар, биш технопарк, ун индустриаль парк эш башланы (унда 112 резидент эшләй, 4200 яңы эш урыны бар).
Башҡортостан Хөкүмәте ярҙамында илдә иң яҡшыларҙың береһе тип танылған Сәнәғәт үҫеше фонды эшләүен дауам итә. Рәсәй Федерацияһындағы йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе (ТОСЭР) резидентына әйләнгән предприятиеның түбәнәйтелгән һалым ставкаларын, страховка иғәнәләре тарифтарын һәм Рәсәй Федерацияһындағы, Башҡортостан Республикаһындағы, муниципаль райондарҙағы закондар һәм норматив-хоҡуҡи акттар менән барлыҡҡа килгән башҡа өҫтөнлөктәрҙән файҙаланыу хоҡуғы бар.
“Белорецкий рабочий” гәзите хәбәрсеһе Татьяна Николаеваның “Бурыс: эшләргә һәм үҫергә” тигән мәҡәләһендә хәбәр ителеүенсә, етештереү баҙарында үҙ позицияларын һаҡлап алып ҡалыу ғына түгел, шулай уҡ үҫеш дауам иткән предприятиеларҙың береһе – Белореттағы “Урал пружиналар заводы” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте. Уның инвестиция проекты – илдәге алдынғы автомобиль предприятиелары өсөн рессорҙарҙың барлыҡ төрҙәрен етештереү буйынса “Рессора” ғилми-етештереү фирмаһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен ойоштороу. Ул Хөкүмәт тарафынан хуплау тапҡан, йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе (ТОСЭР) резиденты статусын алған һәм төбәктәге өҫтөнлөклө проекттар исемлегенә индерелгән. Дәүләт ярҙамы саралары булараҡ, сит илдән ҡоромалдарҙы һатып алғанда инвесторға сығымдар компенсацияланасаҡ. Бынан тыш, һалым ташламалары биреләсәк һәм буласаҡ предприятиены инженер селтәрҙәренә тоташтырыуҙа ярҙам итеү ҡаралған.
Әйткәндәй, “Урал пружиналар заводы” ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең “Уралвагонзавод” һәм "Берләштерелгән вагон компанияһы” компаниялары менән 12 йыллыҡ хеҙмәттәшлек итеү тәжрибәһе бар. “Уралвагонзавод” өсөн Белорет предприятиеһы йөк вагондарына цилиндр винтлы рессор пружиналарын эшләү һәм ташыу өлкәһендә стратегик партнерҙарҙың береһе булып тора.
“Рессорҙар етештереү ойошмаһы” проекты 2019 йылдан тормошҡа ашырыла. Уның төп маҡсаты – Рәсәй предприятиеларын, транспорт сараларын етештереүселәрҙе, транспорт сараларын конкурентлы хаҡтар буйынса сифатлы автокомпоненттар менән туҡтауһыҙ тәьмин итеү, Европа баҙарына сығарыу, Белоретта яңы эш урындары булдырыу. Рессорҙарҙы заманса юғары технологиялы етештереүҙе ойоштороу был ҡорамалдар сифатын Европа стандарттарына тиклем күтәрергә, рессорҙарҙың һәм ярымрессорҙарҙың яңы төрҙәрен үҙләштерергә булышлыҡ итәсәк.
Проектты тормошҡа ашырыу сиктәрендә рессорҙарҙы термик эшкәртеүҙе тулыһынса автоматлаштырыу, роботтар ярҙамында ҡорамалдарҙы автоматик режимға көйләү планлаштырыла. Был иһә продукцияның үҙҡиммәтен кәметергә һәм, дөйөм алғанда, хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәрергә булышлыҡ итәсәк. Әйткәндәй, план буйынса йылына 13,2 мең тонна рессор етештереү ҡаралған.
Әле проект эштәре тулыһынса башҡарылған, етештереү майҙансыҡтарын әҙерләү эштәре бара. Ҡорамалдарҙы һатып алыу 60 процентҡа атҡарылған. Төп конвейер өсөн рессорҙарҙың тәжрибә партияһы әҙерләнә.
Белореттар төрлө төрҙәге рессорҙар етештереү өсөн 234 миллион һум инвестиция һаласаҡ. Предприятие мәғлүмәттәренә ҡарағанда, был - цехтарҙың, инфраструктураның, етештереүҙе әҙерләүгә сығымдарҙың хаҡынан тыш, ҡорамалдарға һалынған аҡса. Проектты тормошҡа ашырыу арҡаһында 20 яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк. “Рессор” ғилми-етештереү фирмаһы” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Денис Лоҡманов белдереүенсә, һүҙ техниканы файҙаланыу менән бәйле проблемаларҙың бер өлөшөн хәл итеү мөмкинлеге, һөҙөмтәлә уның һатып алыусылар тарафынан ихтыяж менән файҙаланыласағы хаҡында бара.
– Беҙҙең тарафтан Рәсәй өсөн бөтөнләй яңы конструктор-технологик эшләнмәләр файҙаланыласаҡ. Әле илдә бындай нәмә ҡулланылмай, – тип белдергән Денис Лоҡманов.
Белорет предприятиеһы миҫалында беҙ Башҡортостанда барған иҡтисади сәйәсәттең предприятиеларға үҙҙәренең етештереү мәсьәләләрен уңышлы хәл итергә, тотороҡло эшләргә мөмкинлек биреүен күрәбеҙ. Ауырлыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, төбәктәге иҡтисадтың киләсәге ыңғай.
Фото: “Белорецкий рабочий”.
Читайте нас