Иҡтисад
23 Октябрь 2020, 07:25

Уңғандарҙың икмәге уңа

Һатып алыусы Ҡырмыҫҡалыныҡын эҙләй.

Өфө магазиндарында Ҡырмыҫҡалы икмәге оҙаҡ ятмай, һайлау мөмкинлеге ҙур булған хәлдә лә, һатып алыусыларҙың күпселеге уларҙың ҡаласын өҫтөн күрә.


Магазин кәштәләрендә хәҙер тәбиғи сеймалдан әҙерләнгән ризыҡты табыуы ауыр. Әйтерһең, бөтәһен дә аҙыҡ-түлек сәнәғәте түгел, ә химия тармағы етештерә. Хатта икмәккә лә әллә ниндәй өҫтәмәләр, тәмләткестәр ҡушыла, ләкин баҫыуҙа үҫкән ашлыҡты тирмәндә тарттырып алып ҡайтып, ҡомалаҡтан баш яһап, тыуған өйөнөң мейесендә әсәһе йә өләсәһе һалған икмәктең еҫен-тәмен кем онотһон?! Хәйер, ундай бәхеттән мәхрүм булып үҫкән ҡала балаһы ла тәбиғи тәмде баһалай белә. Ана шундай уйҙарға һала Ҡырмыҫҡалы икмәге.
Кемдәр бешерә һуң был тәмле ризыҡты? Әлбиттә, Ҡырмыҫҡалы районының ҡулланыу­сылар йәмғиәте уңғандары. Башҡортостандың атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре Әлфирә Богданова етәкселегендәге икмәк комбинаты – Башҡортостан ҡулланыусылар йәмғиәте системаһында иң алдынғы предприятие. Улар тәүлегенә 14 тонна ризыҡ етештерә. Бында бешерелгән икмәк менән тотош район тәьмин ителә, шулай уҡ продукция көн дә Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларына, Архангел районына 700 сауҙа нөктәһенә оҙатыла. 125 төрҙәге ризыҡ етештереүгә 20 сертификатҡа эйә ойошма.
Кирбес мейестә үҙҙәре әҙерләгән ҡомалаҡтан элекке йолаларҙы һаҡлап бешергән икмәк һәр кемдең күңеленә хуш килә. Уның икенсе сортлыһын, “ауылса”, сәләмәтлек өсөн файҙалы арыштан булғанын да халыҡ яратып ҡабул иткән.
2013 йылда итальян ҡорамалы менән йыһазландырылған кондитер цехы асылыуы ҡулланыусылар йәмғиәтенә ҡеүәт өҫтәп ебәргән. Кешеләр 35 төрҙәге перәник, печенье кеүек тәм-томдо яратып һатып ала. Икмәк комбинаты йәш быуында икмәккә, икмәк бешереүсе кеүек изге һөнәр эйәһенә хөрмәт уятыу маҡсатында әленән-әле экскурсиялар ойоштора. Бигерәк тә балалар баҡсалары, мәктәп уҡыусылары өсөн фәһемле был саралар.
Рәүис Әбүзәр улы Хажиевтың егерме йылға яҡын етәкселек итеү дәүерендә Ҡырмыҫҡалы ҡулланыусылар йәмғиәте бик йылдам үҫеш ки­серҙе. Әле район төп күрһәткестәр буйынса республикала беренсе урында килә. Оҫта ойоштороусы булараҡ, етәксе табышлы тармаҡтарҙы, тырыш белгестәрҙе үҫтерә, яңы технологияларға ҙур иғтибар бирә, ихтыяжды иҫәпкә алып, яңы баҙарҙарға сығыуҙы йүнләй. Предприятиены төҙөкләндерергә, технологик ҡорамалдарҙы яңыртырға ынтыла.
Әйткәндәй, Өфө ҡалаһында билдәле диетолог Регина Доктор “Дөрөҫ туҡландырабыҙ” (“Правильно кормим”) сауҙа селтәрен асып ебәрҙе. Унда “Татай”, “Нәнәй” икмәктәре тап ҡырмыҫҡалылар менән килешеү нигеҙендә етештерелә лә инде. Был икмәктәрҙе оҙайлы ваҡыт туңдырып һаҡлап була.
Иң күп һалым түләүсе һәм эш биреүсе булараҡ, район ҡулланыусылар йәмғиәте төбәккә ҙур ярҙам күрһәтә, уртаса эш хаҡы ла ярайһы. Әҙерләүҙәр эшмәкәрлеге лә киң йәйелдерелгән: халыҡтан һәм фермерҙарҙан йөн, тире, дарыу үләне, ит, һөт, йомортҡа йыйыу яҡшы ойошторолған.
Ҡырмыҫҡалы икмәгенең даны республика, Рәсәй кимәлендә юғары баһа ала килә. “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары”, “Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары” конкурстары лауреаты ул. Әйткәндәй, бөтә төр продукция ла “Башҡортостан аҙыҡ-түлеге” билдәһе менән сауҙаға сыға.
Һатып алыусыларҙың рәхмәт һүҙҙәре — йәмғиәт коллективының тырыш хеҙмәтенә лайыҡлы баһа.


Ҡырмыҫҡалы районы.
Читайте нас