Бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров “Инвестиция сәғәте” тәртибендә тематик онлайн-кәңәшмә үткәрҙе. Унда иҡтисадтың төрлө тармаҡтарындағы яңы проекттар ҡаралды.
Эшҡыуар Динар Әхмәтдинов Ҡыйғы районында ғәмәлдәге ҡошсолоҡ фермаһы нигеҙендә “Био Тех Туғыҙлы” заманса ҡошсолоҡ комплексы ойоштороуға ҡағылышлы пландары менән уртаҡлашты. Инвестор бройлер себештәре үҫтереү һәм йылына өс миллион йомортҡа етештереү өсөн корпустар төҙөргә ниәтләй. Комплекс 39 яңы эш урыны булдырыу мөмкинлеген бирәсәк.
Мәғлүм булыуынса, быйыл сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Ҡыйғы районына эш сәфәрендә ҡошсолоҡ фермаһы майҙансығын ҡарап сыҡҡандан һуң эшҡыуарҙы “Инвестиция сәғәте” ултырышына саҡырғайны.
– Был проект район өсөн бик мөһим. Әлбиттә, ярҙам итергә әҙербеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Иҡтисадтағы ҡатмарлы хәлгә ҡарамаҫтан, агросәнәғәт комплексын үҫтереүгә мотлаҡ аҡса бүләсәкбеҙ.
Фекер алышҡас, проектҡа техника һәм ҡорамалдар һатып алыуға сығымдың бер өлөшөн компенсацияларға ҡарар ителде.
Өфө районында эшҡыуар Илдус Ильясов өс юл буйы сервисы объекты төҙөргә ниәтләй. М5 “Урал” федераль трассаһында, “Өфө – Ырымбур” һәм “Өфө – Шаҡша” автомобиль юлдарында урынлашасаҡ комплекстар ҡунаҡханаларҙы, сауҙа һәм йәмәғәт туҡланыуы объекттарын, көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү пункттарын үҙ эсенә аласаҡ. Дөйөм алғанда, уларҙа 100-ҙән ашыу эш урыны барлыҡҡа киләсәк.
“Вектор” компанияһы генераль директоры Александр Петайкин Стәрлетамаҡ районындағы “Алға” махсус иҡтисади зонаһында юл тамғаһы өсөн буяуҙар һәм һыуыҡ пластик сығарыу буйынса “Азимут” заводы төҙөү проекты менән таныштырҙы. Инвестор, 500 миллион һум йүнәлтеп, республикалағы нефть химияһы заводтары сеймалы файҙаланылған заманса етештереү линияһы төҙөйәсәк. Компания әле технологик ҡорамалдар алыу буйынса һөйләшеүҙәр алып бара, тамғаларҙың инновациялы составтарын тикшерә.
Проектҡа махсус иҡтисади зона резиденттары өсөн ҡаралған өҫтөнлөктәр биреләсәк.