Иҡтисад
24 Октября 2020, 12:30

“Метта” йыһазын – халыҡ-ара баҙарға

Һуңғы йылдарҙа Башҡортостандың Нидерландтар менән тышҡы сауҙа хеҙмәттәшлеге тотороҡло үҫә.

Ошо көндәрҙә республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетында Башҡортостандың Нидерландтар менән тышҡы иҡтисади хеҙмәттәшлегенә арналған кәңәшмә булды.
Видеоконференцэлемтә тәртибендә үткән сарала Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Маргарита Болычева, Рәсәй Федерацияһының Нидерландтар Короллегендәге сауҙа вәкиле Андрей Макаров, шулай уҡ халыҡ-ара баҙарға сығырға ниәтләгән Башҡортостан етештереүселәре ҡатнашты.
Маргарита Болычева әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа республиканың Нидерландтар менән тышҡы сауҙа хеҙмәттәшлеге тотороҡло үҫә. Был Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә. Шул уҡ ваҡытта коронавирус сире пандемияһы сәбәпле тауар әйләнешенең бер аҙ һүлпәнәйеүе күҙәтелә.
Кәңәшмәлә Башҡортостан етештереүселәре үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар буйынса консультация алды. Мәҫәлән, Андрей Макаров Башҡортостанда офис йыһазы етештергән “Метта” компанияһына үҙ продукцияһын Рәсәйҙең Нидерландтарҙағы сауҙа вәкиллеге биләмәһендә күрһәтергә тәҡдим итте.
Фото: foreign.bashkortostan.ru
Читайте нас