Бар донъяны хәүефкә һалған коронавирус инфекцияһы эре сәнәғәт предприятиелары эшмәкәрлегенә лә йоғонто яһамай ҡалманы. Шуға ҡарамаҫтан, заман талаптарына яраҡлашып, һөҙөмтәле эшләгән предприятиелар бихисап.
Шуларҙың береһе – Стәрлетамаҡ ҡалаһының “Вагон-ремонт заводы” йәмғиәте. Предприятие тимер юл транспортында йөк составтарын техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау менән шөғөлләнә.
Завод 2001 йылда элекке Стәрлетамаҡ машиналар төҙөү предприятиеһының буш торған сәнәғәт майҙансыҡтарында ойошторола. Һуңынан махсус ҡорамалдар монтажлана, тимер юлдары төҙөлә, реконструкция-ремонт эштәре атҡарыла.
Бөгөн завод үҫешкән инфраструктуралы 100 квадрат метр майҙанды биләй. Айына предприятиела 600-ҙән ашыу вагон ремонтлана. Заказсылары – "ВРЗ", "Газпромтранс", "СГ-транс", "БСК", "Трансойл" йәмғиәттәре.
"Пандемия башланғас та, сәнәғәт эшмәкәрлеген туҡтатмау маҡсатында, заводҡа айырым статус бирелде. Вагон-ремонт заводы илдә ошо йүнәлештә эшләгән бизнестың ярайһы өлөшөн (ике проценттан ашыу) тәшкил итә. Әлеге ваҡытта ошо өлкәгә ҡараған предприятиеларҙың ябылыуы, сығарылған продукция күләменең, эш урындарының кәмеүе күҙәтелә. Ә беҙҙең завод 700 хеҙмәткәрҙе эш менән тәьмин итеп, хеҙмәт урындарын һаҡлап алып ҡала алды. 2018 йылғы һәм 2019 йылдың беренсе ярты йыллығы һөҙөмтәләре буйынса, яҡшы финанс ҡаҙаныштарына өлгәштек, шуға күрә эшмәкәрлек даирәһен киңәйтергә хәл ителде. Айына өс мең тәгәрмәс пары алмаштырыу ҡеүәтенә эйә булған яңы цех төҙөлөшө тамамланды ла инде", - тип шатлығы менән уртаҡлашты йәмғиәттең баш инженеры Зәбир Алтынбаев.
Завод бының менән генә туҡтамай, республика етәкселеге ярҙамында тағы бер яңы проектты тормошҡа ашыра. Тиҙҙән предприятие контейнер-цистерналарҙы ремонтлау һәм тикшереү менән дә шөғөлләнәсәк. Был республикалағы эре нефть эшкәртеү предприятиеларына кәрәк. Участканы асыу декабрь башына планлаштырылған.
"Күп предприятиеларҙағы кеүек үк, пандемия сәбәпле етештереү күләме бер аҙ кәмене, шуға ҡарамаҫтан. өҙлөкһөҙ эшләйбеҙ, ҡеүәт ҙур. Заказсыларыбыҙ – эре компаниялар – хеҙмәтебеҙҙән ҡәнәғәт, сөнки беҙ ремонтты заманса ҡорамалдар, яңы технологиялар ҡулланып, юғары сифатлы итеп башҡарабыҙ.
Төп көсөбөҙ – кешеләр һәм уларҙың эшенә яуаплы ҡарашы. Минең етәкселегемдә – 200 һөнәр эйәһе. Беҙҙә тәжрибәле слесарҙар, иретеп йәбештереүселәр, машинистар менән бер рәттән йәш хеҙмәткәрҙәр ҙә тырышып, намыҫлы эшләй. Ике тиҫтә йыл эсендә предприятиела хеҙмәт династиялары ла барлыҡҡа килде.
Ҡатмарлы пандемия осоронда эш күрһәткестәре тураһында ғына түгел, тәү сиратта кешеләрҙең һаулығы хаҡында уйлайбыҙ. Ошо маҡсатта предприятиела бар санитар-гигиена талаптары күҙәтелә. Һөҙөмтәлә тулы ҡеүәттә эшләйбеҙ", - ти хәрәкәт составы ремонтлау цехы начальнигы Павел Большаков.
Слесарь булып эшләгән Александр Рябцев заводҡа техникум тамамлап, 2006 йылда килә.
"Йылдан-йыл күберәк вагон ремонтлайбыҙ. Был хеҙмәттең күп төрөн үҙләштереп, ярайһы тәжрибә тупланым. Эш хаҡы әллә ни ҙур булмаһа ла, ваҡытында түләнә, шуға күрә икенсе урын тураһында уйлағаным юҡ. Коллективыбыҙ татыу, берҙәм. Предприятиебыҙ артабан да үҫһен, ҡеүәтләнһен", - тигән теләктәрен белдерҙе тырышлығы менән хеҙмәттәштәре араһында абруй яулаған хеҙмәткәр.
Фото: “Стерлитамакский рабочий” гәзите.