Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Октябрь 2020, 19:00

"Заманса сәнәғәт предприятиелары тап шундай булырға тейеш"

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Стәрлетамаҡтың сәнәғәт предприятиелары эшмәкәрлеге менән танышты.

Хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Стәрлетамаҡ районында. Бында республика етәксеһе “Стерэкс Пак” предприятиеһында булып, асептик ҡаптар етештереү технологияһы менән танышты, шулай уҡ республикала етештерелгән төҙөлөш һәм коммуналь техника өлгөләрен ҡараны.
“Стерэкс Пак”тың асыҡ майҙансығында “Красный пролетарий” Стәрлетамаҡ заводы “КамАЗ” шассиһында артҡы тейәгесле сүп-сар һәм насос-транспорт машиналары моделдәрен тәҡдим итте. Был техниканы сит ил партнерҙары – ELEM HI-TECH CORPORATION (Ҡытай) һәм MUT (Австрия) фирмалары менән берлектә инвестиция программаһына ярашлы эшләгәндәр. Бынан тыш, предприятие сериялы нефть промыслаһы ҡорамалдары, шулай уҡ сәнәғәттең төрлө тармаҡтары өсөн стандарт булмаған ҡорамалдар етештерә.
Тағы бер республика етештереүсеһе - Ишембайҙың “Инман” заводы төрлө ауырлыҡтағы йөктө күтәреү ҡеүәтенә эйә кран-манипулятор ҡулайламаһын күрһәтте. 2011 йылдан алып был предприятие PALFINGER Австрия концернына инә һәм үҙебеҙҙең иҡтисад баҙарында лидерҙарҙың береһе булып тора. 2019 йылда “Инман” заманса яңыртыла башланы, бының өсөн 270 миллиондан ашыу аҡса һалды. Был проектты тормошҡа ашырыу буйынса килешеүгә 2018 йылда “Инвестиция сәғәте”ндә ҡул ҡуйылғайны.
“Стерэкс Пак” та, "Инман" да республика ярҙамы алды: икеһенә лә төбәктең Сәнәғәтте үҫтереү фондынан льготалы финанслау, ә икенсеһенә өҫтәп һалым ташламалары бирелде. Радий Хәбиров предприятие етәкселәре менән иҡисадтың төрлө тармаҡтарына тәғәйенләнгән техника ассортиментын киңәйтеү мәсьәләһе буйынса һөйләште.
“Стерэкс Пэк” ойошмаһының импортҡа алмаш өлкәһендәге инвестиция проекты Стәрлетамаҡ районының Оло Ҡуғанаҡ ауылында 2019 йылда старт алғайны. Уны республиканың Инвестиция комитеты хупланы. Был – аҙыҡ-түлек сәнәғәте өсөн күп ҡатлы асептик ҡаптар етештереү заводы төҙөү. Инвестицияларҙың дөйөм күләме 1,8 миллиард һум тәшкил итә.
Предприятиеның генераль директоры Дмитрий Голобородин аңлатыуынса, уларҙың заманса тауарҙары Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә ҙур һорау менән файҙаланыла. Башҡортостан Башлығы, был ихтыяжды эске баҙарҙа ла арттырыуға өҫтәмә булышлыҡ ителәсәк, тине.
Ошонда уҡ Радий Хәбиров һәм Дмитрий Голобородкин республика Хөкүмәте менән “Стерэкс Пак” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте араһында инвестиция проектын тормошҡа ашырыу буйынса килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
– Ҙур ҡыҙыҡһыныу менән предприятиеның һөт тауарҙары өсөн ҡаптар етештереү эшмәкәрлеген ҡарап сыҡтым, – тине Радий Хәбиров. – Был аҙыҡ төрҙәрен һатып алған саҡта ҡапты етештереү өсөн ҡулланылған технологиялар тураһында уйламайбыҙ ҙа. Минеңсә, заманса сәнәғәт предприятиелары тап "Стерэкс Пак" кеүек булырға тейеш тә. Инвесторҙарҙың планында – Рәсәй һәм сит ил баҙарын яулау. Проект ҡеүәтенә өлгәшеү менән компания асептик ҡаптар етештереү йәһәтенән илдә икенсе урынға сығырға тейеш. Беҙҙең идара итеү командаһының бурысы – тәү сиратта республика ихтыяжына булышлыҡ ҡылыу, предприятиелар араһында горизонталь бәйләнештәрҙе көйләү. Бының өсөн бөтөн шарттар ҙа бар – яҡшы сифат, уңайлы хаҡ, тиҙ арала килтереп еткереү. Ә Башҡортостанға – инвестициялар, һалымдар, яңы эш урындары. Быларҙың барыһы ла – сәнәғәт патриотизмы өлөштәре, беҙ уны республикаға яйлап индерә башланыҡ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас: