Алдан хәбәр итеүебеҙсә, республика Башлығы “Башҡортостан сода компанияһы”ның элек “Зифа”, “Эколь”, “Луч” йыуыу саралары етештерелгән цехында булды. Завод вәкилдәре уны яҡын арала эшләтеп ебәрергә әҙерлеге хаҡында белдерҙе һәм Радий Хәбировтан ярҙам һораны.
“Магазиндарыбыҙҙа үҙебеҙҙең йыуыу сараларының булыуын, улар өсөн айырым кәштәләр бүленеүен теләйбеҙ. Продукция рекламаһы менән шөғөлләнергә планлаштырабыҙ. Йыуыу сараларын беҙгә айына 500 тонна етештерергә кәрәк. Билдәле иҙелмәләр, нигеҙҙә, үҙебеҙҙең сеймалдан әҙерләнә”, – тип белдерҙе “Башҡортостан сода компанияһы” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Эдуард Давыдов.
Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусевтың һүҙҙәренә ҡарағанда, предприятие вәкилдәре менән йыуыу иҙелмәләрен магазиндарға ғына түгел, республиканың мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау ойошмаларына ла ташыу тураһында тәүге һөйләшеүҙәр булған. Йыуыу сараларына “Башҡортостан продукты” билдәһен ҡуйыу хоҡуғы ла бирелергә тейеш. Һөҙөмтәлә продукцияны ҡулланыусыларға әүҙемерәк тәҡдим итеп буласаҡ.
Радий Хәбиров предприятиеның сифатлы продукт етештереү, уны конкурентлыҡҡа һәләтле хаҡ буйынса тәҡдим итеү мөһимлегенә иғтибар йүнәлтте.
“Был сит илдәрҙә етештерелгән аналогтарынан ҡайтыш булмаған бик шәп сифатлы продукт ине. Өҫтәүенә халыҡ-ара компаниялар үҙҙәренең иҙелмәләре өсөн сеймалды тап беҙҙән, Стәрлетамаҡтан, һатып ала. Һәм агрессив реклама ярҙамында конкуренция буйынса еңеп сығалар. Беҙ был етештереү эшен мотлаҡ ҡайтанан башлаясаҡбыҙ. Шундай ауыр хеҙмәт менән алынған үҙебеҙҙең сеймалдан юғары сифатлы продукт эшләргә тейешбеҙ. Ышанам: республикала йәшәгәндәр һатып аласаҡ. Һөҙөмтәлә үҙебеҙҙең етештереүсегә ярҙам итәсәкбеҙ. Республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығына магазин кәштәләрендә башҡорт иҙелмәһенә урын биреү мөмкинлеген өйрәнергә, шулай уҡ дәүләт, муниципаль ойошмаларҙың биналарҙы йыйыштырыу өсөн йыуыу сараларына мохтажлығын асыҡларға ҡуштым. Был мәсьәләне, әгәр предприятие һығылмалы хаҡ сәйәсәтен ҡулланһа, продукция сифат йәһәтенән ҡайтыш булмаһа, хәл итеп булыр тип уйлайым”, – тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Фото: Олег Яровиков (“Башинформ”).