Иҡтисад
25 Октябрь 2020, 11:30

“Тәҙрәләр галереяһы” етештереүҙе арттырмаҡсы

Милли проектта ҡатнашыу нигеҙендә һаҡсыл етештереү алымдарын ғәмәлгә индереп, ошондай һөҙөмтәгә өлгәшеү планлаштырыла.

Башҡортостандағы “Тәҙрәләр галереяһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте үҙе сығарған продукция күләмен 30 процентҡа арттырырға ниәтләй.
Компания Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проектында ҡатнашыу нигеҙендә һаҡсыл етештереү алымдарын ғәмәлгә индереп, ошондай һөҙөмтәгә өлгәшеүҙе планлаштыра.
“Милли проектта ҡатнашҡанға күрә предприятиела хеҙмәт етештереүсәнлеге 22 процентҡа артҡан, ә бер тәҙрәне эшләүгә ваҡыт 20 проценҡа тиерлек ҡыҫҡарған. Компанияның төп маҡсаты – тәүлегенә 530 конструкция етештереп, сығарған продукция күләмен 30 процентҡа арттырыу”, – тине Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.
“Тәҙрәләр галереяһы” йәмғиәтенең генераль директоры Евгений Призенцев әйтеүенсә, предприятие милли проектта ҡатнашыуға ике йыл буйы әҙерләнгән. Унда ҡаралған ярҙам компанияға өҫтәмә инвестиция йәлеп итмәйенсә, үҙ көсө менән етештереүсәнлекте үҫтереү, продукцияның үҙҡиммәтен кәметеү, баҙарҙа конкурентлыҡ ҡеүәһен арттырыу мөмкинлеген бирәсәк.
Фото: economy-new.bashkortostan.ru
Читайте нас