Иҡтисад
24 Октябрь 2020, 20:00

Талаптар теүәл үтәлгәс, эштә тотҡарлыҡ юҡ

"Учалы тегеү фабрикаһы пандемия ваҡытында эшмәкәрлеген туҡтатһа, ул ғаиләләр менән нәмә булыр ине?"

Өфөнөң “Эш кейеме комбинаты” ҡарамағындағы “Учалы тегеү фабрикаһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте бөгөн Урал аръяғы еңел сәнәғәт тармағында иң эре һәм ҡеүәтле предприятиеларҙан иҫәпләнә.
Хеҙмәт процесын дөрөҫ ойоштора белеү, заман ағышынан артта ҡалмау, коллективтың тырышлығы арҡаһында предприятие йылдан-йыл үҫешә, яңы эш урындары булдырыла.
Билдәле, бар донъяны хәүефкә һалған коронавирус инфекцияһы эре сәнәғәт предприятиелары эшмәкәрлегенә йоғонто яһамай ҡалманы. Ә Учалы тегеү фабрикаһы пандемияның ҡыҙған ваҡытында ла хеҙмәтен бер көнгә лә туҡтатманы.
"Әле предприятиела 671 кеше эшләй, уларҙың 92 проценты - ҡатын-ҡыҙ. Байтағы - ғаиләлә берҙән-бер аҡса эшләүсе, ҡайһы берәүҙәренең ире төрлө сәбәп менән эшһеҙ ҡалған. Әгәр пандемия ваҡытында фабрика туҡтап ҡалһа, күҙ алдына килтерегеҙ, ул ғаиләләр менән нәмә булыр ине?
Икенсенән, ниндәйҙер арала эшләмәһәк, заказсыларыбыҙҙы ла юғалтыр инек. Ҡорамалдарҙы ла оҙаҡ ваҡытҡа туҡтатырға ярамай. Теләгәндәргә үҙҡурсаланыуға китергә тәҡдим иттек, һигеҙ кеше генә ризалашты ла, күп тә үтмәй, эшкә кире сыҡтылар", - ти предприятие директоры Фәйрүзә Степаненко.
Заказдар күп, бөгөн фабрика өс йөҙҙән ашыу төр изделие тегә. Урындағы предприятие-ойошмаларҙың барыһы ла тиерлек йылдар дауамында һыналған, ышаныслы Учалы тегенселәре хеҙмәтенән файҙалана. Эре заказсылар араһында “Рәсәй тимер юлдары”, “Роснефть”, “Башнефть”, “Газнефть”, “Трансгаз” компаниялары, “Росгвардия” хеҙмәте бар.
Әлеге ҡатмарлы ваҡытта ла предприятие тотороҡло эшләй. Былтырғы йыл менән сағыштырғанда, күрһәткестәр ҙә яҡшы, эш хаҡы ла үҫкән - уртаса алғанда, 27-28 мең һум тәшкил итә.
"Быйыл “Роснефть” компанияһынан бик ҙур заказ ҡабул иттек. Октябрь аҙағына тиклем нефтселәр өсөн 6600 ҡышҡы костюм, ә йыл бөткәнсе 26 мең йәйге кейем тегергә бурыслыбыҙ. Эште туҡтатһаҡ, ошондай эре заказсыбыҙҙы юғалтыр инек", - ти етәксе.
Әлбиттә, ҡатмарлы кейем тегеү өсөн заманса ҡорамалдар, яңы технологиялар ҡулланыу кәрәк. Фабрика уларҙы даими яңыртып тора. Хеҙмәткәрҙәрҙең һөнәри оҫталығын күтәреүгә лә ҙур иғтибар бүленә.
Күптән түгел фабриканың 112 хеҙмәткәре “Демография” милли проектының “Оло быуын” һәм “Ҡатын-ҡыҙ мәшғүллегенә булышлыҡ итеү – өс йәшкә тиклем балаларға мәктәпкәсә белем биреү өсөн шарттар булдырыу” проекттарына ярашлы һөнәри әҙерлек һәм квалификация күтәреү курстары үткән.
Был эш өс йүнәлеш буйынса тормошҡа ашырылған: “Тегеү ҡорамалдары операторы. Производствоны һанлаштырыу һәм остаз технологиялары", “Тегеү ҡорамалдары операторы. Мастер - остаз”, “Тегеү ҡорамалдары операторы. Производствоны һанлаштырыу ”. Уҡытыу эштәре көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә, электрон белем биреү технологияларын ҡулланып, эштән айырылмайынса тормошҡа ашырылған.
Өс ай дауамында белем алыусылар автомат тегеү машиналарын хеҙмәтләндереү йәһәтенән белемен, оҫталығын камиллаштырған, юғары етештереүсәнлек серҙәренә төшөнгән, менеджмент йүнәлештәрен өйрәнгән, финанс һәм һанлы технологиялар буйынса грамоталылығын арттырған.
Уҡыу программаһын үҙләштергәндә теоретик һәм ғәмәли производство күнекмәләренә ҙур иғтибар бүленгән, атап әйткәндә, айырым деталдәрҙе, технологик төйөндәрҙе эшкәртеү буйынса күнекмәләр ойошторолған. Имтихандар белем алыусыларҙың юғары һөнәри кимәлен күрһәткән.
Һөҙөмтәле эш өсөн фабрикала бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған. Ауылдарҙан йөрөп эшләгәндәргә автобус та бүленгән. Өфө эш кейеме комбинаты ситтән килгән хеҙмәткәрҙәр өсөн дөйөм ятаҡ төҙөтә.
Предприятие үҫеш кисерә. 2014 йылда 200 урынға иҫәпләнгән яңы тегеү цехы асылған. Ағымдағы йылдың май айында битлектәр етештереү маҡсатында яңы линия сафҡа ингән. Сменаһына 60 мең битлек тегелә.
Шуны ла билдәләп үтеү мөһим: фабрикала яҙғы пандемия ваҡытында бер генә кеше лә ауырымаған, инфекция йоҡтормаған. Былар барыһы ла - хәүефһеҙлек талаптарын теүәл үтәү һөҙөмтәһе. Штатта медицина хеҙмәткәре лә бар. Ошо арала медицина инспекторы ла эшкә йәлеп ителгән.
(Мәҡәлә “Учалинская газета” баҫмаһына таянып әҙерләнде).
Фото: “Учалинская газета” баҫмаһы.
Читайте нас