Иҡтисад
26 Октября 2020, 13:00

Башҡортостан – илдә бишенсе!

Быйыл ғинуар-сентябрь айҙарында республика төҙөүселәре 1,7 миллион квадрат метр торлаҡты файҙаланыуға тапшырған.

Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә күңелле яңылыҡ еткерелде: файҙаланыуға торлаҡ тапшырыу буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә бишенсе һәм Волга буйы федераль округында икенсе урынды биләй. Был турала бөгөн төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Рәмзил Күсәрбаев хәбәр итте.
Быйыл ғинуар-сентябрь айҙарында Башҡортостан төҙөүселәре 1,7 миллион квадрат метр торлаҡты файҙаланыуға тапшырған. Был былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда 9,6 процентҡа күберәк. Дөйөм ил буйынса алғанда, туғыҙ ай эсендә 47,8 миллион квадрат метр торлаҡ тапшырылған, был былтырғы менән сағыштырғанда ике процентҡа әҙерәк. 2024 йылға “Торлаҡ” милли проекты маҡсаттарына ярашлы, республика йылына 3,7 миллион квадрат метр торлаҡты сафҡа индерергә тейеш.
Башҡортостан “Стимул” федераль програмаһында әүҙем ҡатнаша. Уның маҡсаты – торлаҡ төҙөүгә яңы биҫтәләрҙә юлдар һалыу, инженер селтәре һәм социаль объекттар булдырыу ярҙамында булышлыҡ итеү. Илдең Төҙөлөш министрлығына дөйөм суммаһы 12,5 миллиард һумлыҡ 13 торлаҡ проектына 40-тан ашыу инженер, транспорт һәм социаль инфраструктураһы төҙөүҙө программаға индереүҙе һорап заявка ебәрелгән. Төҙөлөш инфраструктураһында федераль ярҙам өҫтәлеүе дөйөм күләмде арттырасаҡ һәм объекттарҙың сифатын яҡшыртасаҡ. Мәҫәлән, әлеге ваҡыттағы иң ҙур проекттарҙың береһе – “Ағиҙел аръяғы” биҫтәһен төҙөүҙе тормошҡа ашырыу 2024 йылға 2,4 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөү мөмкинлеген бирәсәк.
Башҡортостан Башлығы төҙөүселәргә һөҙөмтәле эшмәкәрлек өсөн рәхмәт әйтте.
– Төҙөлөш тармағындағы динамика насар түгел. Беҙ илдә бишенсе урында, – тине Радий Хәбиров. – Төҙөлөшкә һалынған бер һум ун тапҡырға ҡабатлана һәм быларҙың бөтәһе лә иҡтисадҡа китә.
Бынан тыш, төбәк етәксеһе был аҙнала яңы барлыҡҡа килгән Ҡала төҙөлөшө советының беренсе ултырышын үткәрергә ҡушты.
– Ҡала төҙөлөшө советының маҡсаты – ҡалаларҙа торлаҡ төҙөүҙе тәртипкә килтереү һәм төҙөүселәргә ярҙам итеү, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ уларға бюрократик процедураларҙы кәметергә һәм, мәҫәлән, ер бүлеүгә бәйле мәсьәләләрҙе тиҙләтеүҙә ярҙам итәсәкбеҙ. Тик төҙөүсенең социаль яуаплы булыуы шарт.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас