Иҡтисад
27 Октябрь 2020, 16:00

Өфөлә ХХ Рәсәй энергетика форумы асылды

Сара барышындағы тантаналы ваҡиғаларҙың береһе Стәрлебаштағы ҡояш электр станцияһын эшкә ебәреү булды.

Бөгөн Өфөлә ХХ Рәсәй энергетика форумы һәм ХХVI “Урал энергетикаһы” махсуслашҡан күргәҙмәһе асылды.
Был сараларҙы тантаналы асыуҙа Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин, республиканың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрының беренсе урынбаҫары Тимур Герасимов, энергетика союздары һәм ассоциациялары етәкселәре, сит төбәктәрҙән ҡунаҡтар ҡатнашты.
Александр Сидякин, пандемияға ҡарамаҫтан, Рәсәй энергетика форумының бихисап ҡатнашыусыларҙы йыйыуын билдәләне, сөник был форумдың традициялары көслө булыуын айырып әйтеп үтте.
Сара барышындағы тантаналы ваҡиғаларҙың береһе Стәрлебаштағы ҡояш электр станцияһын эшкә ебәреү булды. Станция төҙөлөшөнә һалынған инвестиция күләме 3,4 миллиард һум тәшкил итте, һөҙөмтәлә 12 яңы эш урыны булдырылды.
“Стәрлебаш” ҡояш электр станцияһы 72640 монокремний фотоэлектр модулдәр ярҙамында ҡояш энергияһын электр тогына әйләндерә. Был модулдәр 1365 махсус терәк ҡоролма ярҙамында урынлаштырылған, һәр терәк ҡоролмаға яҡынса 52-56 модуль тура килә.
Күргәҙмәлә илдең 14 төбәгенән 70-тән ашыу энергетика һәм электр техник ҡорамалдар етештереүселәр, уйлап табыусылар ҡатнашты.
Күргәҙмә майҙанында “Башҡортостан экологик транспортты һайлай. Көс йыйы һәм Алға!” тип аталған экспозицияла электромобилдәр тәҡдим ителде. Форумда йылдан-йыл киңерәк танылыу ала барған электромобилдәрҙе электр заряды менән тәьмин иткән станциялар булдырыу мәсьәләһе лә күтәрелде.
Рәсәй энергетика форумы спикерҙар ҡатнашлығында майҙансыҡтарҙа ла, шулай уҡ видеокәңәшмә рәүешендә онлайн-алымда ла үтә.
“Энергетиканың заманса саҡырыуҙары: 2035 йылға ҡараш” стратегик сессияһы форумдың төп ваҡиғаларының береһе булды. Ә дөйөм алғанда, өс көн дауам итәсәк форум барышында 20 йүнәлештәге сессия эшләйәсәк, уларҙа Рәсәйҙең 12 ҡалаһынан 150 спикерҙың ҡатнашыуы күҙаллана. Шулай уҡ онлайн-алымда Германия һәм Швейцариянан да эксперттарҙың ҡатнашыуы көтөлә.
Күргәҙмә һәм форум барлыҡ санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәп ойошторола: ҡатнашыусыларҙың тән температураһы үлсәнә, битлек-бирсәткә режимы һаҡлана, майҙансыҡтарҙа дезинфекция эштәре даими башҡарыла.
Фото: БР Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы.
Читайте нас