Иҡтисад
28 Октябрь 2020, 12:15

Барыһы ла урындағы халыҡ өсөн

“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Заманса ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһы сиктәрендә Мәсетле районы ауылдары төҙөкләндерелә.

“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Заманса ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһы сиктәрендә Мәсетле районының Әләгәҙ ауылында мәҙәниәт һәм ял итеү паркы төҙөкләндерелгән.
Бында юл һәм тротуар япмаларына асфальт түшәлгән, резина япмалы һәм ҡоролмалы, видеокүҙәтеү, яҡтылыҡ, эскәмйәләр, урам тренажерҙары, хоккей майҙансығы, футбол майҙаны булған балалар майҙансығы барлыҡҡа килгән. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандарға һәйкәл төҙөкләндерелгән, ҡоймалар алмаштырылған, ипкә килтерелгән. Был атҡарылған барлыҡ эштәрҙең суммаһы 10 миллион һумдан ашҡан. Ә төҙөлөш эштәрен “Тепловик” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте атҡарған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: үрҙә әйтеп үтелгән программа сиктәрендә Мәсетле районында былтыр Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы “Атлант” паркы төҙөкләндерелгәйне. Парк биләмәһенә асфальт түшәлгән, яҡтыртылған, йомшаҡ япмалар һалынған. Оло Аҡа ауылындағы парк та яңыртылған. Уның биләмәһе матур ҡоймалар менән уратып алынған. Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарға ҡуйылған обелиск та төҙөкләндерелгән.
Шулай итеп, йыл һайын “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһы сиктәрендә районда яңы, заманса һәм көнүҙәк объекттар барлыҡҡа килә.
Фото: Мәсетле районы хакимиәте.
Читайте нас