28 октябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Ауыл сәғәте” форматында сираттағы тематик онлайн кәңәшмә үткәрҙе. Унда ҡатнашыусылар төбәктә баҡсасылыҡты һәм емешселекте үҫтереү хаҡында һөйләште.
Вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахмановтың белдереүенсә, республикала Баҡсасылар һәм емешселәр союзын формалаштырыу башланған. Ул ошо тармаҡтағы емеш-йәшелсә продукцияһы етештереүселәрҙе берләштерәсәк. “Беҙ төп иғтибарҙы эске баҙарҙа үҙебеҙҙең брендтарҙы булдырыуға йүнәлтәбеҙ", – тине Илшат Фәзрахманов.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо йүнәлештең төп маҡсаттарын билдәләне.
– Башҡортостан Волга буйы федераль округындағы иң ҙур төбәктәрҙең береһе булһа ла, ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү йәһәтенән алтынсы ғына урынды биләйбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Был мәсьәләләрҙе эҙмә-эҙлекле хәл итергә кәрәк. Маҡсатыбыҙ – баҡсасыларға ярҙам итеү, улар өсөн эске баҙарҙы асыу һәм продукцияны һатыу өсөн шарттар булдырыу, шул иҫәптән социаль ойошмаларҙа ла. Бынан тыш, тармаҡҡа инвестициялар йәлеп итеүгә булышлыҡ ҡылырға тейешбеҙ.
Шишмә емеш-еләк питомнигы директоры Рәмил Ғәлиуллин ҙур тармаҡ проекттарының береһе менән таныштырҙы. Быйыл унда интенсив технологиялар нигеҙендә 22 гектар алма баҡсаһы барлыҡҡа килгән. Киләһе йылда тағы 60 гектарҙа алмағас үҫентеләре ултыртмаҡсылар. Ғәҙәттәге технологиялар менән сағыштырғанда, был культураларҙың уңдырышлылығын бер нисә тапҡырға арттырасаҡ. Киләсәктә эшкәртеү, ҡаптарға һалыу, ярымфабрикаттар, әҙер продукция линиялары һатып алмаҡсылар.
Башҡортостан Башлығы баҡсасыларға балалар өсөн аҙыҡ-түлек әҙерләгән һәм тәҡдим иткән “Һөт кухняһы” проектының берәмләп һатыу селтәре менән хеҙмәттәшлек булдырырға кәңәш итте.
– Республикала “Һөт кухняһы” бренды аҫтында сифатлы тәбиғи аҙыҡ-түлек етештереү башланды, уларҙы таратыу пункттары асылды. Шәхси етештереү булһа, яңы селтәр аша балалар аҙыҡ-түлегенең киң ассортиментын алға этәрергә әҙербеҙ, – тип белдерҙе Радий Хәбиров.
Кушнаренко районынан “Столыпин” ауыл хужалығы предприятиеһы директоры Радмир Вәлиев баҡсасылыҡ һәм емешселек үҫеше буйынса эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Улар баҡсалар өсөн сәсеү материалдары әҙерләй. Быйыл өс мең үҫенте үҫтергәндәр һәм 115 гектар ергә еләк, ҡарағат, ҡурай еләге, һырғанаҡ ултыртҡандар. Планда – үҙҙәренең эшкәртеү цехын асыу һәм органик продукция, шул иҫәптән балалар аҙыҡ-түлеге етештереүгә Европа сертификацияһы үтеү.
Башҡортостан Башлығы “Инвестсәғәт”тәрҙең береһендә предприятие үҫеше программаһын ҡарарға тәҡдим итте. Бынан тыш, Радий Хәбиров республика Хөкүмәтенә аҙыҡ-түлек продукцияһын етештереүселәргә ярҙам итеү сараларын ҡарарға ҡушты.
"Еңел сәнәғәт предприятиеларына булышлыҡ ҡылыу өсөн һәйбәт проект уйланыҡ. Бына шундай программа аҙыҡ-түлек эшкәртеү сәнәғәтенә лә кәрәк", – тине Башҡортостан Башлығы.
“Архангел ҡайнатмалары” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте етәксеһе Азамат Ғәлин ауыл хужалығы продукцияһын диверсификациялау пландары хаҡында һөйләне. Быйыл улар 14 мең тонна алма эшкәрткән. Емеште республиканан ситтән дә һатып алғандар. Урындағы етештереү күләме артһа, тотошлай республика сеймалына күсергә ниәтләйҙәр. Әммә шул уҡ ваҡытта хужалыҡ етәкселеген емеш үҫтереү өсөн ер участкалары алыу йәһәтенән проблемалар борсой. Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Ринат Бәшировҡа Архангел районына барып, хәлде муниципалитет менән берлектә асыҡларға ҡушты.