Горизонталь юл тамғаһы тәү сиратта хәүефһеҙлеккә йоғонто яһай, шуға күрә уларҙы һыҙыуға ҙур иғтибар бирелә. Быйыл Өфөнөң юл хеҙмәттәре разметка һыҙыу эшен апрелдә үк башлағайны һәм төҙөкләндереү миҙгеле тамамланғансы 250 мең квадрат метр һыҙған. Был былтырғы менән сағыштырғанда 1,8 тапҡырға күберәк.
Юл тамғаһы водителдәргә ағымда үҙҙәрен ышаныслыраҡ тоторға һәм ситкә сыҡмаҫҡа ярҙам итә. Ошо сәбәпле юл-транспорт ваҡиғалары кәмей. Белгестәр аңлатыуынса, ул сағыу, насар һауа шарттарында ла яҡшы күренгән булыра тейеш. Шуға күрә уны ГОСТ талаптарына ярашлы итеп һыҙалар. Өфөлә мәҫәлән, өс төр материал файҙаланыла – буяу, термопластик һәм һалҡын пластик.
– Быйыл бик күп участкаларҙа юл япмаһын яңырттыҡ. Ремонт эшләп бөткәнсе ҡайһы бер хәрәкәт йылдам булған урамдарҙа, мәҫәлән, Менделеев урамында буяу менән ваҡытлыса билге һыҙҙыҡ, ә эштәр тамамланғас, термопластик барлыҡҡа килде, – тине Өфө ҡалаһы хакимиәтенең коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы начальнигы урынбаҫары Ғәфүр Ҡлысбаев.
Быйыл ремонтланған 57 юл участкаһының бөтәһенә лә термопластик һыҙат яһалған. Ул ҡараңғы ваҡытта водителдәргә һәйбәтерәк күренә һәм яҡтылыҡты нығыраҡ сағылдыра, шулай уҡ оҙағыраҡ хеҙмәт итә. Термопластиклы юл тамғаһының хеҙмәт итеү ваҡыты алты айҙан бер йылға тиклем етә, буяу – өс айҙан алты айға тиклем.
Быйыл Өфөлә 192,6 мең квадрат метр юл тамғаһы термопластик менән һыҙылған. Шул иҫәптән “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты һәм республиканың территориаль заказы сиктәрендә – 20,9 мең квадрат метр. Буяу менән тамға 34,1 мең квадрат метрға һыҙылған. Уны башлыса быйыл ремонтланырға тейеш булған магистраль урамдарҙа һәм япма сифаты насар булған урамдарҙа файҙаланғандар.
Бынан тыш, ике мең квадрат метр юл тамғаһы һалҡын пластик менән эшләнгән. Ул башлыса хәрәкәт йүнәлешен күрһәткән стрелкалар, ҡабатлаусы билдәләрҙе күрһәткән саҡта ҡулланыла.
Дөйөм һыҙылған юл тамғаһы оҙонлоғо (термопластик, буяу һәм һалҡын пластик) 337 километр тәшкил итә. 1444,1 тонна пластик һәм 57,63 тонна буяу тотонолған.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.