Иҡтисад
29 Октябрь 2020, 12:30

Катар менән хеҙмәттәшлеккә әҙербеҙ

"Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумына беҙ аныҡ һөҙөмтәләр менән барырға тейешбеҙ", - тине Андрей Назаров.

Катар дәүләте илсеһе Фәхәд бен Мөхәммәт әл-Әттыйя Өфөләге “Халыҡ-ара бизнес аҙналығы”нда ҡатнашырға ниәтләй. Уның Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров менән осрашыуында ошо турала һөйләшеп килештеләр.
– Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың исеменән Катар делегацияһын беҙҙең “Халыҡ-ара бизнес аҙналығы”на саҡырҙым, – тине Андрей Назаров.
Кәңәшмәлә Катар менән Башҡортостан Республикаһының үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре тикшерелде. Катар илсеһе әйтеүенсә, улар Рәсәй менән төрлө өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек итергә ниәтләй. Башҡортостан иһә Катар өсөн стратегик партнер булырға әҙер.
– Киләһе йыл яҙ Башҡортостан бизнес-делегацияһының Дохаға сәфәрен планлаштырабыҙ. Катар ҡунаҡҡа киләсәк Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумына беҙ аныҡ һөҙөмтәләр һәм яйға һалынған иҡтисади бәйләнештәр менән барырға тейешбеҙ, – тине Башҡортостан Премьер-министры.
Фото: mgazeta.com
Читайте нас